

Һөнәри белем биреү йортоноң быйыл "Художество-биҙәү эштәрен башҡарыусы" һөнәренә эйә булып сыға торған уҡыусылары "Ағиҙел" нәфис халыҡ кәсептәре предприятиеһына барҙы. Улар кейеҙ, келәм баҫыу, ағасты һырлау, сублимацион баҫыу участкаларында, тегеү һәм тәжрибә цехтарында булды.
– Практика ваҡытында уҡыусылар етештереүҙәге технология процестары менән таныша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған оҫтаханаларҙы һайлай, артабан эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итә ала, – ти Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин.
Осрашыу колледждың "Ағиҙел" берекмәһе менән сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ йөҙөнән төҙөгән килешеүенә ярашлы үткәрелә. Колледж уҡыусылары берекмәлә практика үтә, нәфис ижадтың төрлө технологияларын өйрәнә.
– Беҙҙең предприятие, ундағы оҫталар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың нәфис халыҡ кәсептәренең иң яҡшы традицияларын һаҡлай. Колледжды тамамлағас, беҙгә эшкә килеүҙәренә шат булырбыҙ, – тип фекерен белдерҙе техник әҙерләү бүлеге етәксеһе Гөлүсә Ризуанова.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news