Белем һәм тәрбиә
21 Ғинуар 2022, 05:15

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында – 11 мәктәп

Республикала мәктәп һалыу буйынса дәүләт-партнерлыҡ тәжрибәһе бар.

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында – 11 мәктәпДәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында – 11 мәктәп
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында – 11 мәктәп

Өфөлә, Стәрлетамаҡта,  Нефтекамала һәм Өфө районында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында мәктәптәр төҙөү проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Был мәсьәлә республика Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡаралғайны.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, ил мәктәптәрендә өҫтәмә урын булдырыу өсөн федераль кимәлдә концессия шарттарында мәғариф учреждениелары төҙөргә ҡарар ителгән. Рәсәй Мәғариф министрлығында конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙан һуң, еңеп сыҡҡан муниципалитеттар концессионер менән яңы мәктәп һалыуға килешеү төҙөй.

– Беҙ Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында 15265 урынлыҡ 11 мәғариф учреждениеһы төҙөүгә ғариза әҙерләнек, – тине Рөстәм Моратов. – Бөтә мәктәптәрҙе лә берҙәм схема буйынса төҙөргә ниәтләйбеҙ. Концессияның асылы шунда: дөйөм хаҡы 1,7 миллиард һум тәшкил иткән һәм 1225 урынға иҫәпләнгән типовой мәктәп төҙөлөшөнә аҡсаның ҙур өлөшөн башланғыс этапта концессионер түләй. Төбәк төҙөлөшкә тәүге йылда ғына 18 миллион йүнәлтә. Артабан һигеҙ йыл дауамында концессионерға йыл һайын 144 миллион һум түләй. Шул уҡ ваҡытта банк процентын федараль бюджеттан ҡаплайҙар.

Республикала мәктәп һалыу буйынса дәүләт-партнерлыҡ тәжрибәһе бар. Мәҫәлән Өфөнөң “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә концессия шарттарында яңы мәктәп һалына. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта йәнә ике мәктәп реконструкциялана.

“ПроШкола” йәмғиәтенең генераль директоры Алиса Денисова әйтеүенсә, “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы “ПроШкола” йәмғиәте, концессионер булараҡ, конкурс үткәрмәйенсә дөйөм белем биреү мәктәптәре һалыуға төбәктәр һәм муниципалитеттар менән концессия килешеүе төҙөй ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән берлектә концессия мәктәптәре төҙөүгә конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй Мәғариф министрлығына ғариза ебәрергә ҡушты. – Киләһе “Төҙөлөш сәғәте”ндә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта мәктәптәр төҙөү һәм төҙөкләндереү барышын ентекле ҡарарбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында ғаризабыҙҙы яҡлағандан һуң, яңы мәктәптәрҙе йылдам һала башлау өсөн тәүге концессия тулҡынындағы объекттарҙы төҙөү ваҡытын һәм темпын ентекле контролдә тоторға кәрәк.

Ултырышта шулай уҡ концессия шарттарында “Шифа” төбәк-ара балалырҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу үҙәген төҙөү концепцияһын ҡаранылар.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149583.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149583.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас