Белем һәм тәрбиә
21 Ғинуар 2022, 10:15

Ирекле рәүештә һөнәр һайлаһындар

Студенттарҙы эшкә урынлаштырыу маҡсатлы алып барыла

Ирекле рәүештә һөнәр һайлаһындарИрекле рәүештә һөнәр һайлаһындар
Ирекле рәүештә һөнәр һайлаһындар

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында ҙур сара ойошторолдо – уҡыу йортоноң “Янғын хәүефһеҙлеге”, “Мобиль телекоммуникациялар системаһы”, “Компьютер системалары һәм комплекстар” һөнәрҙәренә уҡыған сығарылыш төркөмдәре егеттәре һәм ҡыҙҙары менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре осрашты. Сара Карьера үҙәгенең һөнәр һайлау саралары сиктәрендә үтте.

– Беҙ сығарылыш төркөм уҡыусыларына киләсәктә һөнәр һайлауға булышлыҡ итәбеҙ, йүнәлеш бирәбеҙ, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Һәр бала ирекле рәүештә һөнәр һайларға тейеш, был – иң мөһиме.

Әлеге һөйләшеүҙә йөҙҙән ашыу ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Уларҙың Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә һорауҙары бик күп ине. Артабан нисек юғары уҡыу йортона инеү, эшкә урынлашҡанда ниндәй нескәлектәр бар һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.

Шул иғтибарға лайыҡ, студенттарҙы эшкә урынлаштырыу маҡсатлы алып барыла. Әйтәйек, ниндәйҙер ойошманың етәксеһе белем усағына заявка ҡалдыра, шуның нигеҙендә йәш кеше эшкә урынлаша ала. Бынан тыш әллә күпме программалар эшләй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас