

Уҡытыусыларҙың төрлөһө бар, әммә һәр береһе һөнәренә тоғро ҡала, алдарына юғары маҡсаттар ҡуя, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанып эшләй. Ә бына 18 йыллыҡ педагогик стажға эйә Бәләбәй ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – “Йома ҡунағы” Зүлиә Хәмзә ҡыҙы ИСЛАМОВА ҡыҙыҡлы фекере менән уртаҡлашты. “Үҙемде әле булһа эҙләйем”, – тине ул. Ошо һүҙҙәргә уның барлыҡ асылы һыйған һымаҡ, шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтеп бөтөлмәгән дә кеүек. Әҙәм балаһы эҙләнмәй башлаһа, уның тормошо туҡталып ҡаласаҡ, был көн кеүек асыҡ.
Уҡытыусы кешегә етмеш төрлө һөнәрҙең әҙлегенә баҫым яһаны әңгәмәсем, йырларға маһирлығын, бейергә яратыуын да өҫтәне. Уның ҡалала һәм районда ғына түгел, ә республикала уҙған төрлө мәҙәни сараларҙы алып барыуын да беләбеҙ. Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайының йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе булараҡ, башҡорт телендә төрлө сараларҙы үткәреүе – матур күренеш. Зүлиә менән Ринат Исламовтар Асель һәм Арыҫлан исемле балаларға ғүмер бүләк иткән. Тормош девиздары: бөтә ғүмереңде, йәш быуынға биреү-бағышлау, илең, халҡың менән бергә атлау, тормош ағышынан ҡалышмау – ҙур бәхет ул.
– Һеҙҙе мәғариф тормошонда ғына түгел, ә республикабыҙҙа ойошторолған бүтән төрлө сараларҙа ла йыш күрәбеҙ. Уйлап ҡараһаң, уҡытыусының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Дәфтәр тикшереү, өйгә эштәрҙе барлау, журнал тултырыу, дәрес биреүгә әҙерләнеү, өҫтәүенә, ғаиләләге күңелле мәшәҡәттәр... Нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ?
– Мине бәләкәйҙән “Ашыҡма, өлгөр бул” тип тәрбиәләнеләр. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡытыусылар быны үҙ миҫалында өлгө итеп күрһәтте. Әлбиттә, күркәм тәрбиәүи ғәмәлдәрҙең күбеһе күңелгә ғаиләлә һалына. Әле уҡыусы ҡыҙ һәм малайҙарға ла, үҙемдең балаларыма ла ошо хаҡта йыш ҡабатлайым. Бер ҡасан да уңға-һулға һуғылмайым, уҡытыусылыҡ эшемде беләм, һайлаған һөнәремде яратам, ғаиләм – терәгем.
– Миҫалды алыҫтан эҙләргә кәрәкмәй – Уҡытыусылар көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите социаль селтәрҙә ойошторған конкурста әүҙемлек күрһәттегеҙ. Мөғәллимдәр араһында үткәрелгән “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” бәйгеһендә тәүге урындарҙың береһен яуланығыҙ. Уңыш сере нимәлә?
– Конкурс бик сәмле барҙы, ярыштың башынан уҡ алға сыҡҡайным, шул тиҙлекте һаҡланым. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан ҡатнашҡан педагогтар менән яҡындан таныштым. Уңыш серенә килгәндә, фекерҙәштәремдең, әхирәттәремдең, дуҫ-иштәремдең, туғандарымдың ныҡлы ярҙамын тойҙом, ә улар тотош республикаға таралған.
– “Конкурс сәмле барҙы”, тинегеҙ. Зүлиә Хәмзә ҡыҙы, ә ҡыҙҙарҙы төрлө яҡтан һынаған “Һылыуҡай” бәйгеһенә ҡарашығыҙ нисек?
– Ул ваҡиғаларға әллә күпме ваҡыт үтһә лә, барыһы ла хәтерҙә. Кескәйҙән миңә тағы бер матур һыҙатты һеңдерҙеләр – нимәгә тотонһаң да, еренә еткереп башҡарырға йәки етди әҙерләнергә кәрәк. Ысынлап та, еңел-елпелектән йыраҡмын.
Бәләбәйҙә үткән “Һылыуҡай” бәйгеһендә һынатмаған ҡыҙға республика конкурсына сығыу хоҡуғы бирелде. Был осраҡта бәхет миңә йылмайҙы. Шулай итеп, “Һылыуҡай” республика конкурсында ҡатнаштым. Конкурсанттарҙың һәммәһе лә сибәрҙәрҙән-сибәр, көслө, аҡыллы. Әлбиттә, шунда уҡ үҙемде ҡулға алып, көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Мең ырыуы кешеләре һынатамы һуң?! Бындай абруйлы ярышта III урынға сығыуымды оло еңеүгә тиңләнем. Миңә ышаныс белдергәне, иңдәремә ҡанат ҡуйғаны өсөн Бәләбәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Олег Данилинға рәхмәтлемен.
Конкурстан бай тәьҫораттар менән ҡайттым. “Ҡулымдан килә!” – ошо һүҙҙәр күңелемдә нығынды. Бынан ары матурлыҡ төшөнсәһенә бүтән төрлө ҡараш тыуҙы – әҙәм балаһы өсөн, тышҡы матурлыҡтан тыш, эске матурлыҡ та мөһим. Шәхсән үҙемде лә бүтән яҡтан астым. Унан һуң аҙымдарымдың ышаныслы ла, ныҡлы ла икәнлеген тойҙом, ә улар тормошта бик тә кәрәкле сифаттар.
– Башҡорт ҡыҙҙарына хас сибәрлек, мөләйемлек һеҙҙә ярылып ята. Уның ҡарауы, “Сая ҡыҙҙар” республика бәйгеһендә һынатмауығыҙ хайран итте...
– Башҡорт ҡыҙҙары ҡаҙан тирәһендә генә уралмаған, һынылышлы мәлдә ир-ат менән бер ҡатарҙан һыбай килеш алышҡа сыҡҡан. Быны тарихтан беләбеҙ. Үҙемдең көсөмдө, мөмкинлегемде һынап ҡарау маҡсатында унда ла юлландым. “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы сиктәрендә Балтас районында, дөрөҫөрәге, бай тарихлы Нөркә ауылында “Сая ҡыҙҙар” бәйгеһе бик сәмле барҙы. Тап ошо урында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ғәскәре тиңһеҙ алышҡа сыҡҡан. Унда һыбай ҙа саптыҡ, “дөл-дөл”дөң теҙгенен тотоп ҡына өлгөр, уҡтан да аттыҡ, ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар үҙҙәрен батыр итеп күрһәтеүгә тулыһынса өлгәште. Унда IV урынға сыҡтым, был мине һис тә көйөндөрмәне, киреһенсә, һөйөндөрҙө генә. Ни тиһәң дә, сибек кенә ҡыҙ булып, тәүге бишәүгә эләгеү – ҙур ҡаҙаныш. Унан иңдәремдә ҡанаттар үҫкәндәй ҡайттым. “Мин көслө һәм батыр йөрәкле!” – ошоно йөрәгем менән тойҙом.
– Бүтән төрлө ярыштарҙан айырмалы, уҡытыусылар конкурсында ҡатнашыу теләге тыуҙымы?
– Педагог исемен йөрөтөп тә, уҡытыусылар араһында ойошторолған бәйгелә ҡатнашмаһам, яҙыҡ булыр. Әлбиттә, белемемде самалап ҡарау ниәтенән Өфөгә юл тоттом – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” төбәк-ара конкурсында ҡатнаштым. Иҫ киткес ҙур һынау алдында торғанымды һуңынан ғына аңланым. “Оҫта уҡытыусы” номинацияһында еңеүсе тип танылдым.
Ғөмүмән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк. Ул кешенең һөнәри үҫешенә һәр йәһәттән дә булышлыҡ итә.
Ике йыл элек “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булдым, 50 мең һумлыҡ грант оттом. Башҡортостан Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт.
– Хеҙмәт биографияғыҙ ҡайҙа башланды?
– Педагогия колледжын тамамлаған йәш ҡыҙ булараҡ, Бәләбәй районының Пахарь ауылына эшкә килдем. Ҙур булмаған ауыл, мәктәп тә ыҡсым ғына, коллектив берҙәм. Уҡытыусылыҡ эше матур ғына башланғыс алды. Бер йылдан һуң Бәләбәй ҡалаһының 8-се урта мәктәбенә күстем. Айырманы ныҡ һиҙҙем, тегендә һәр кем тыныс ҡына эшкә күмелһә, бында инде мәктәп тормошо көслө умарта күселәй гөжләп тора. Балалар ҙа бүтән төрлө, коллектив та айырыла. Педагогтарҙың ярҙамын тойҙом, һәр береһенең кәңәштәрен тыңлау эшемде күпкә еңеләйтте. Педагогия колледжында алған дипломым бар, ә ниңә юғары белемгә ынтылмаҫҡа? Нәҡ шул ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Баҡтиһәң, буй етмәҫлек үр түгел икән дә. Эшем яҡшы бара, юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем алыуҙың отошло яғы шунда – хеҙмәт менән ғилем бер-береһен тулыландыра. Башҡорт филологияһы факультетында рәхәтләнеп уҡыным. Ғәлимә Ғәлина, Луиза Сәмситова ише телем тип янған ғалимәләрҙең лекцияларын тыңлауҙан кинәнес алдым.
Аҙаҡтан инде Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатына саҡырып алдылар. Үҙемде уҡытыусылыҡтан тыш бүтән урында һис кенә лә күҙ алдына килтерә алмайым. Уҡыусы балаларҙың башҡорт телен яратыуы, теләп өйрәнеүе ҡыуандыра. Ҡыҙ һәм малайҙарҙы олимпиадаға әҙерләгәндә, бүтән төрлө сараларға йөрөткәндә, был айырыуса ныҡ һиҙелә. Уҡыусыларыңдың дәресте көтөп алыуы, педагогты ярты ҡараштан аңлауы – ҙур бәхет ул. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә түгел, кластан тыш сараларҙа ла бергә ҡайнашабыҙ, ҡыҫҡаһы, башҡорт теле кабинетының ишеге ябылмай.
– Өлгөр уҡытыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе ҡайһы яҡтарҙа тыуып үҫкән?
– Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың яҡташымын, сикһеҙ ғорурланам, бер йылғаның һыуын эсеп үҫкәнбеҙ, быны йыш ҡабатлайым. Күренекле башҡорт шағиры тыуған Туҡһанбай беҙҙән әллә ни йыраҡ түгел. Тыуған ауылым Сатай тип атала, ул Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Әйткәндәй, беҙҙә Сатый ҙа бар. Ҡайһы берәүҙәр был ике ауылды бутаусан.
Сатайҙа башланғыс белемде алдым, уҡытыусым Сәғүрә апай белем тигән серле ғаләмдең ишеген асып инергә ярҙам итте, уға мең рәхмәт. Йәнәби-Урсай ауылы мәктәбендә VIII класты тамамлағас, үрҙә телгә алған Бәләбәй педколледжына барҙым. Унда яратҡан уҡытыусым Мөнирә Шаймөхәмәт ҡыҙы башҡорт теленә тәрән һөйөү уятты, әҙәбиәт исемле донъя менән таныштырғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова ғәҙел дә, талапсан да, ярҙамын уҡытыусылар ныҡ тоя.
– Мәктәп тормошо тураһында нимәләр өҫтәрһегеҙ?
– Төрлө тәжрибә майҙансыҡтарында ҡатнашам. Мәҫәлән, шәхсән “Үҙемде үҫтереү” темаһы буйынса эшмәкәрлегемде йәйелдерҙем. Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығынан белгестәр, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан ғалимдар килеп йүнәлеш бирә, хеҙмәтебеҙҙе баһалай, анализлай. Балаларҙың яҙыу һәләтен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәген алып барам, бәләкәстәрҙең яҙмалары “Ынйылар” мәктәп гәзитендә баҫыла. Бынан тыш, “Тамыр селтәре” мәктәп телестудияһы эшләй, “Интерактив башҡорт теле”, “Асыҡтан-асыҡ һөйләйбеҙ” түңәрәктәре эшмәкәрлеген йәнләндерҙем.
Мәктәп уҡыусыларының һәр йәһәттән дә үҫешкә йүнәлтелгән мәртәбәле проекттарҙа ҡатнашыуы – айырыуса шатлыҡлы күренеш. Республика ижади конкурсында ҡатнашҡан Башҡортостан ҡала һәм район мәктәптәренең еңеүселәре асыҡланды. Алдынғы 20 белем биреү учреждениеһы араһында Бәләбәй ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының булыуы бигерәк тә маҡтауға лайыҡ.
VIII–XI класс балалары проекттарҙы уңышлы яҡланы. Мәктәптең ижад студияһы, оранжерея төҙөү, робот техникаһы буйынса класс асыу, лингафон кабинетын йыһазландырыу, заманса спорт майҙансығы булдырыу – шуға асыҡ дәлил. Иң күп тауыш йыйған “Ижад студияһы” проекты еңеү яуланы. Уға коллегам Динар Минәжев менән бергә етәкселек иттек. Шуға ярашлы, киләсәктә гимназия-интернатта балалар ижад телестудияһы асыу эш планына инәсәк.
Уҡыусы балалар үҙҙәре ныҡлап ижад эшенә тотона. Әйтәйек, улар автор сюжеттары, телетапшырыуҙар һәм видеороликтар төшөрөргә өйрәнә. Үҙ сиратында, һәр береһе телевидение серҙәренә төшөнә алыр, тип уйлайым. Ҡыҫҡаһы, ижадҡа башкөллө сумған үҫмерҙәргә телеиндустрия һөнәрен үҙләштереү мөмкинлеге ҙур. Шуны беләм, проектта ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙҙарҙың күбеһе киләсәктә яҙмышын телевидение менән бәйләргә теләй.
– Зүлиә Хәмзә ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.
Бәләбәй ҡалаһы.