Белем һәм тәрбиә
21 Ғинуар 2022, 05:06

Теләк кенә булһын

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Ғаиләлә атай-әсәйҙәр туған телдә аралаша, башҡортса йәнһүрәттәр ҡарай, үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлай икән, балаларҙың күңелендә, һис шикһеҙ, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү ҡуҙҙары һалынасаҡ. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ. Ниндәй төҫкә буяһаң, шул була, тиҙәр. Балалар баҡсаһының, мәктәптең йоғонтоһо бар, әлбиттә, ләкин тәү нәүбәттә телгә ихтирам ғаилә усағында һалына. Нисек һуң хәҙерге яңы технологиялар осоронда йәшәгән ваҡытта милли мәҙәниле, рухлы балалар тәрбиәләргә?

Сибай ҡалаһының “Аҡһылыу” балалар баҡсаһы педагог-логопедтары Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Ҡәйепҡолова менән Розалия Сәғит ҡыҙы Илбулова заман талаптарына яуап биргән методик ҡулланма уйлап таба. “Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт” тип аталған был пособие мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һәм башланғыс класс уҡыусыларын башҡорт теленә өйрәтеүҙә, үҫтереүҙә һәм уҡытыуҙа хәҙерге заман алымдарын ҡулланып төҙөлгән.

Аралашыу сараһы булараҡ, туған телеңде өйрәнеү, белеү – бөгөнгө талап. Ул киләсәктә яҡшы уҡыу өсөн генә түгел, ә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың интеллектуаль һәм рухи һәләтен үҫтереү, туған тел байлығы аша тыуған ерҙе, илде, моңоңдо үҙ итеү, яратыу тойғоһо тәрбиәләү өсөн кәрәк. Телебеҙ бай, сағыу, ә инде башҡорт теленә хас булған өндәр туған телебеҙҙең биҙәге, заманса әйткәндә, милләтебеҙҙең рухи бренды булып тора.

Туған телебеҙҙең ошондай үҙенсәлекле өндәрен, тылсымлы һүҙҙәрен, моңон кескәйҙәр күңелдәренә һеңдереп үҫергә тейеш. Был иһә уларҙың һүҙ байлығын, телмәрен үҫтергәндә, даими рәүештә аралашҡанда ғына ыңғай хәл ителә. Телмәр ярҙамында бала донъяны таный, үҙенең фекерен әйтә, уның танып белеү эшмәкәрлеге әүҙемләшә бара. Шулай итеп, балаларҙың телмәрен үҫтереү төп бурыстарҙың береһе булһа, ә инде башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты – мәктәпкә барғанда, баланың өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә өйрәнеү.

Туған телде һаҡлап ҡалыу ниәтенән эшләнгән методик ҡулланма 4–10 йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡорт өндәрен дөрөҫ ишетә һәм әйтә белеү күнекмәләре өн, ижек, һүҙ тураһында аңлатмалар логик фекерләүҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Тап ошо ҡулланманы дөрөҫ һәм әүҙем ҡулланғанда, балаларҙың аҡыл-зиһенен, бәйләнешле телмәрен үҫтерергә мөмкин.

“Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт” ҡулланмаһы ағас планшеттан һәм баланы төрлө йүнәлештә үҫтереү буйынса карточкалар комплектынан тора. Иллюстрацияларҙа тирә-яҡ мөхитте танып белеү предметтары, тәбиғәт күренештәре, әкиәт персонаждары һүрәтләнә. Бала, фишкаларҙы шылдырып, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә, һүрәттә бирелгән объекттарҙы парлап һайлап ала (оҡшаш сифаттары, символ, үҫеш этабы, ракурс һ.б.).

Методик комплекттар алдынғы Рәсәй педагогтарының мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереү һәм уҡытыуҙың иң яңы алымдарын өйрәнеп, уларҙы халҡыбыҙ теленең, фольклорының үҙенсәлектәре менән байытып әҙерләнгән. Улар кескәйҙәрҙе үҫтереү һәм уҡытыуҙың тағы ла заманса алымдары булып тора.

Сибай тәрбиәселәре тәҡдим иткән ҡулланманы, өҫтәл уйыны итеп, балалар баҡсаһында, өйҙә даими ҡулланғанда һиҙмәҫтән башҡорт телен өйрәнергә лә мөмкин, теләк кенә булһын.

 

Рәзилә АБЫҘГИЛДИНА.

Читайте нас