Белем һәм тәрбиә
22 Ғинуар 2022, 15:00

"Мин балаларҙы яратам"

Әгәр һин бер кешене бәхетле итәһең икән – һин бар донъяны бәхетле итәһең, ти Артем. 

"Мин балаларҙы яратам""Мин балаларҙы яратам"
"Мин балаларҙы яратам"

Беҙҙең баҫмабыҙҙың социаль селтәрҙәрендә барған “Иң яҡшы студент” бәйгеһе аҙағына етеп килә һәм ҡыҙғандан-ҡыҙа. Был юлы ҙур әүҙемлекте егеттәр күрһәтә. Әле уларҙың береһе - Артем Баймөхәмәтов хаҡында һөйләмәксебеҙ.

Артем Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫкән. Әле Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалында белем ала. Егет педагогика һәм психология факультетын һайлаған.

Студент саҡ – әүҙем саҡ, тигән фекерҙә Артем. Шуға күрә уның ҡатнашмаған саралары һәм бәйгеләре юҡ. Әле ул “Аҡбуҙат” ҡарлы десанты командиры, шулай уҡ “Рәсәй студенттар отряды” педагогия отряды ҡатнашсыһы булып тора.

Тырыш һәм һәләтле егет 2019 йылда Йыл студенты бәйгеһендә ҡатнашҡан һәм “Йылдың ижади шәхесе” номинацияһында еңеп сыҡҡан.

“Университетымдың һәм ҡалабыҙҙың тормошонда әүҙем ҡатнашам. Төрлө сараларҙы ойоштороу эшендә лә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Ошондай әүҙем тормош миңә бик оҡшай. Шулай уҡ ныҡ итеп балаларҙы яратам, шуға күрә йыл һайын лагерҙа вожатый булып эшләйем”, – ти Артем.

Артемдың был тормоштағы девизы Юрий Никулындың билдәле һүҙҙәре: “Әгәр һин бер кешене бәхетле итәһең икән – һин бар донъяны бәхетле итәһең”. Шуға күрә ул күберәк кешеләрҙе бәхетле итергә, ярҙам күрһәтергә тырышып йәшәй.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас