Белем һәм тәрбиә
25 Ғинуар 2022, 04:14

Бына улар – еңеүселәр!

Уҡып йөрөгән йәштәр араһындағы конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Бөгөн илебеҙҙә Студенттар көнө билдәләнә. Был байрамдың үҙ тарихы бар. 1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә, батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү дәүләт университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән алып студенттар уны үҙенең байрамы тип иҫәпләй башлай.

Студент йылдары – кеше­нең романтика менән һуғарыл­ған ҡабат­ланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙаллы тормош һабаҡтары туплау мәле лә. Бөгөн республикабыҙҙа юғары белемле белгестәрҙе ун вуз әҙерләй. Уларҙың һигеҙе дәү­ләт һәм икәүһе дәүләткә ҡара­маған учреждение, шулай уҡ вуздарҙың 17 филиалы бар. Быйылғы уҡыу йылында 95,7 мең студент белем ала (был­тырғы менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа кәмерәк). Улар­ҙың 3187-һе яҡын сит илдәрҙән (Тажикстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкс­тан, Ҡырғыҙстан һ.б) һәм 2150-һе икенсе илдәрҙән (башлыса Азия һәм Африка илдәре) килгән.

Иң популяр йүнәлештәр булып элеккесә иҡтисад, юриспруденция, мәғлүмәт технологиялары, энергетика тармаҡ­тары ҡала. Әйткәндәй, студент­тарҙың 51 проценты – ҡыҙҙар һәм 49 проценты – егеттәр. Былтыр конкурс бер урынға уртаса 6,7 ғариза тәшкил иткән, бюджет урындарына – 8,6.

“Башҡортостан” гәзите икенсе йыл рәттән Студенттар көнө алдынан социаль селтәрҙәге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тип аталған бәйге ойоштора. Быйыл да унда республикабыҙ­ҙың төрлө уҡыу йорттарынан 14 иң аҡыллы, иң ижади, иң һәләтле студент көс һынашты. Көсөргәнешле бәйгелә тәүге өс урынды яулаған өс кеше асыҡланды. Бөгөн һеҙҙе улар менән таныштырып китмәк­себеҙ.

Беренсе урынды Өфө дәү­ләт авиация техник универси­тетының беренсе курсында уҡыған Инсаф Әһлиуллин яуланы. Бәләкәйҙән тырыш, ны­ҡышмал егет, үҫә төшкәс, иҡти­сад, эшҡыуарлыҡ менән ныҡ­лап ҡыҙыҡ­һына башлай. Өфө ҡалаһының 21-се лицейын тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, һис икеләнмәй “иҡти­сад хәүефеҙлеге” йүнәлешен һайларға ҡарар итә.

Ҡала егете булһа ла, Инсаф ауылда нығына. Ағаһының трак­торына ултырып, ялан-ҡыр­ҙарға бесән йыйырға йөрөй башла­ғанда уға ни бары 14 йәш була. Тәүге хеҙмәт хаҡын да ул ана шул тракторы менән эшләй – ауыл халҡына бесәнен дә йыя, һаламын да ташый, утынын да килтерә. Ә бынан бер нисә йыл элек үҙе эшләп тапҡан аҡсаһына ғаилә кәсебе – умартасылыҡ менән шөғөл­ләнеү маҡсатында бал ҡорт­тары ла алып ебәргәс, маҡсат­тары бермә-бер артҡан. Спорт менән шөғөлләнә, инглиз те­лендә иркен аралаша. Вуз тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яңы­раҡ ҡына Халыҡ-ара корруп­цияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан үткәрелгән конкурста беренсе урын яулаған.

Икенсе урында – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы егете, Башҡорт дәүләт университеты студенты Батырхан Азаматов. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлай һәм БДУ-ның физика-техник институтына, “Ер һәм планеталар физи­каһы” йүнәлеше буйынса уҡырға инә.

Егет әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнә: хоккей, волейбол, футбол, туризмды үҙ итә. БДУ йыйылма командаһы составында КВН-да уйнай. Гитарала, өҫтәл уйындары уйнар­ға, китап уҡырға ярата. Факуль­теттың профсоюз бюроһында (спорт-ойоштороу ойошмаһы) тора, юғары стипендия ала, вуз сараларында әүҙем ҡатнаша.

Өсөнсө урынға гүзәл ҡыҙ Гөлйемеш Ҡылысова сыҡты. Ул – Башҡорт дәүләт универ­ситетының башҡорт филоло­гияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс магистранты. Өфө ҡалаһынан.

Ҡыҙыҡай бәләкәйҙән музыка, йырлау менән ҡыҙыҡһына. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктә­бендә фортепиано класын тамамлай, параллель рәүештә думбыра ҡылдарын сиртергә өйрәнә. Гөлйемеш башҡорт, инглиз, рус телдәрендә йырлай. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар призеры, дипломанты, лауреаты. “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры”, “Йәш­лек шоу” йыр-моң бәйге­ләре финалсыһы.

Уҡыуға килгәндә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡат­наша. Университет тормошонда әүҙем. Уҡыу һәм йәмәғәт фәндәре өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Мостай Кәрим исемендәге фонд гранты менән билдәләнә. Тырыш, маҡсатлы, әүҙем ҡыҙ бөгөн Башҡортостан Республи­каһы Милли музейы­ның ғилми хеҙмәткәре булып эшләп тә йөрөй.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас