

Башҡортостан – алдынғы студенттары менән һәр саҡ ғорурлана. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курсында (магистратура) белем алған Динислам Ибраһимов уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем.
Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡытыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Айгөл Калашникованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Динислам 1-се курста уҡ үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән, университет тормошондағы төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаған.
– Уны тиҫтерҙәренә һәр саҡ өлгө итеп ҡуябыҙ, яулаған уңыштары тураһында һөйләйбеҙ, – тине Айгөл Миңлефават ҡыҙы.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы стипендианты Динислам Ибраһимов студенттарҙың “Бурение скважин” секцияһында геология фәне комплексы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында (һәр кем айырым ҡатнаша) 3-сө урынды алған, ярыш Томск ҡалаһында ойошторолған. Бынан тыш, Томск ҡалаһында уҙған ошондай уҡ Бөтә Рәсәй олимпиадаһында команда составында 1-се урынды алғандар. Улай ғына ла түгел, “Ырымбурнефть” акционерҙар йәмғиәте үткәргән йәш һөнәрмәндәрҙең төбәк фәнни-техник конференцияһында диплом менән бүләкләнгән, шулай уҡ “Газпром” компанияһы үткәргән студенттар олимпиадаһында ла диплом алған. Студент матбуғатта ла йыш сығыш яһай.
Нефть һәм газ эше буйынса магистратурала белем эстәүсе, тыумышы менән Хәйбулла районынан булған Динислам Ибраһимов һөйләүенсә, иң күп ваҡыт - студентта, уны дөрөҫ файҙаланғанда төрлө уңыштарға ирешергә мөмкин.
– Өфө ҡалаһында 82-се урта мәктәпте тик “бишле” билдәләренә тамамланым, – ти Динислам. – Әле университеттың магистратураһында ике диплом программаһы нигеҙендә уҡыйым. “Нефть и газ скважиналарын быраулау” һәм “Нефть һәм газ бизнесында идара иҡтисады” һөнәрҙәрен үҙләштерәм.
Студент Динислам Ибраһимов фәнни эш менән дә шөғөлләнә, ғилми етәксеһе – Фәрит Йәнгиров. Ул Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә – стажировка, ә Австрияла һәм Ҡаҙағстанда уҡыу курстары үткән.
Фото: Динислам Ибраһимов.