Белем һәм тәрбиә
25 Ғинуар 2022, 05:00

Капиталь ремонтты тиҙләтергә кәрәк

Федераль бюджеттан финанслау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урында тора.

Капиталь ремонтты тиҙләтергә кәрәкКапиталь ремонтты тиҙләтергә кәрәк
Капиталь ремонтты тиҙләтергә кәрәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында сығыш яһап, былай тине:

– 2022 йылдан башлап мәғариф тармағындағы мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу федераль программаһында ҡатнашабыҙ. Уның сиктәрендә 2026 йылға хәтлем республикабыҙҙа 365 мәктәпкә ремонт үткәрергә кәрәк. Шул иғтибарҙы йәлеп итә, федераль бюджеттан финанслау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урында тора. Киләһе ике йылда дүрт миллиардтан ашыу аҡса бүленәсәк.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙиндең һүҙҙәренә ҡарағанда, 2022–2023 йылдарҙа республикабыҙҙың 40 муниципалитетында 103 мәктәп ремонтланасаҡ. Бынан һуң был белем усаҡтарында балаларға белем һәм һәм тәрбиәне заманса биреү мөмкинлеге арта, мәктәптәр террорға ҡаршы һаҡлау норматив кимәле менән тәьмин ителәсәк.

Республика бюджетынан 2019–2021 йылдарҙа матди-техник базаны нығытыу өсөн 2,5 миллиардтан ашыу аҡса бүленгән. Һайланма капиталь ремонт 1175 муниципаль белем биреү учреждениеһында уҙасаҡ.

Андрей Назаров эштәрҙе тиҙләтеү һәм объеттарҙы арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас