

Инициатив бюджетлау – мәктәп уҡыусыларының мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт ярҙамын алыуҙа ҙур мөмкинлек ул. Шул шатлыҡлы, Бәләбәй районы буйынса конкурсҡа тәҡдим ителгән дүрт мәғариф учреждениеһы араһында Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты ла бар.
Быйыл ғинуарҙа гимназия-интернаттың VII-XI класс уҡыусыларынан торған биш команда үҙҙәренең проектын яҡлау йәһәтенән көс һынашты. Проектты һайлап алыуҙа команданың барлыҡ ағзалары ла тауыш биреүҙә ҡатнашты. Тәҡдим ителгән эштәр бик ҡыҙыҡлы ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп ижади студияһын асыу, мәктәп оранжереяһын төҙөү, робот техникаһы класын булдырыу, лингафон кабинетын йыһазландырыу, заманса спорт майҙансығын сафҡа индереү өсөн тауыш бирҙе. Күптәр педагогтар Динар Минәжев менән Зүлиә Исламова етәкселегендәге “Ижади студия”ға өҫтөнлөк биргәс, улар еңеүсе тип танылды. Был проект сиктәрендә балалар ижади телестудияһы ойоштороу планлаштырыла.
Телевидениелағы техник эш процесын үҙләштереүҙе үҙ эсенә алған автор сюжеттары, телевизион тапшырыуҙар һәм тематик видеотаҫмалар әҙерләүҙә уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Шулай итеп, балалар өсөн телеиндустрия һөнәренең үҙенсәлектәрен практикала өйрәнеү мөмкинлеге тыуа. Был уларға киләсәктә конкурентлыҡ мөхитендә эш итергә өйрәтә, сөнки яңы мәғлүмәт технологияларын белеү – заман талабы.
– Беҙ тәҡдим иткән контент бик кәрәкле, сөнки бөгөн беҙҙең районда телевидение юҡ, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова. – Район тормошонан яңылыҡтар баҫтырып, төрлө репортаждар эшләп был бушлыҡты тултыра алыр инек. Шулай уҡ материалдарҙы социаль селтәрҙәрҙә, республика телевидениеһы эфиры аша ғына таратып ҡалмай, ә үҙебеҙҙең гимназияла онлайн тапшырыу өсөн стриминг майҙансығы ойоштора алыу мөмкинлеге лә ҙур.
Зөлфиә ҒИЛМАНОВА, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы.
Бәләбәй ҡалаһы.