Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2022, 14:09

Бергәләп кенә ҙур уңыштарға өлгәшеп була

Туған телгә һәм тыуған ергә һөйөү бала саҡтан һалына, сөнки ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәһенән, яҡындарынан барыһын да күреп, ишетеп үҫә. Өҫтәүенә, мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмаһы ла балаларҙа ошо һыҙаттарҙы тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Стәрлебаш районындағы 4-се (“Аҡбуҙат”) балалар баҡсаһында бәләкәстәрҙең туған телен, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, уларҙы шәхес итеп тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Тимәк, киләсәк быуындың телебеҙҙе һаҡлап ҡалырына ышаныс ҙур.

Тап ошо юҫыҡта балалар баҡсаһында төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә ярҙам итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын ойоштороу” төбәк проектына ярашлы, биш урынға иҫәпләнгән ясле төркөмө эшләй башлаған.

Әйткәндәй, балалар баҡсаһы Стәрлебаш ауылының йәштәр биҫтәһендә урынлашҡан. Ойошма етәксеһе Илүзә Мөхәмәтйәрова белдереүенсә, бында барлығы 14 педагог эшләй. Ете төркөмгә йөрөгән балалар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса кабинет булдырылған. Ундағы барлыҡ йыһаз, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булышлығында барлыҡҡа килгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаларында йыш ҡына бәләкәстәрҙең ғүмере өҙөлә. Илүзә Тимерғәли ҡыҙы бил­дәләүенсә, киләсәктә тап бына ошондай аяныслы хәлдәрҙе булдырмау, иҫкәртеү өсөн саралар системаһы эшләнгән. Үрҙә әйтел­гән “Светофор” юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кабинеты йыһаз­ландырылған. Бүлмәнең сағыу төҫтәр менән биҙәлеше, техник йәһәттән төрлө йыһаз менән тулыландырылыуы тәрбиә­ләнеү­селәрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ынтылыш уята. Был кабинет төрлө сараларҙы юғары кимәлдә үткәрергә булышлыҡ итә, юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен үтәү кәрәклеген пропагандалай. Ә балалар был хаҡта бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш.

Бынан тыш, ошо бүлмә – мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының мәғлүмәт һәм методика үҙәге лә. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бында барыһы ла аңлайышлы, юл билдәләренең, “урам-тыҡрыҡ”тарҙың төрлө төҫкә мансылып бирелеүе, кәрәкле һәм мөһим мәғлүмәттәр яҙылған плакаттарҙың эленеүе, тәр­биәләнеүселәр һәм уҡытыусылар өсөн уҡыу-методик ҡул­ланмаларҙың күплеге, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһындағы видеофильмдар күрһәтелеүе тәрбиә процесын еңелләштерә. Шулай итеп, “Светофор” юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кабинеты балаларҙа юлда төрлө хәлдәрҙе күҙалларға, һаҡ, уяу булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡарарҙы тиҙ һәм дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтә.

Ғөмүмән, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы бик талантлы, бында балаларға белем нигеҙҙәрен биреп кенә ҡалмайҙар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып торалар. Бай тәжрибәле тәрбиәселәр шәхсән дә, балалар менән дә күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн-бәйгеләрҙә даими ҡатнаша. Фотоконкурс йәки флешмоб бул­һынмы, шиғырҙар бәйгеһе уҙғарыл­һынмы, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәләр, төрлө саралар ойошторалар.

Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар ҙа был сараларға әүҙем ҡушыла. Фантазиялары иҫ китерлек, улар балалар менән ниндәй генә һүрәттәр, ҡул эштәре әҙерләмәй! Бөтәһе лә ихлас һәм бәләкәстәр менән берлектә атҡарыла. Ә ата-әсәләр барлыҡ башланғысты хуп­лай, ярҙам итә икән, тимәк, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының эше лә алға барасаҡ. Бәләкәстәрҙең бына ошо ике терәк-таянысы – ата-әсәһе һәм тәрбиәселәр – араһында хеҙмәттәшлек бәйләнештәре ныҡ һәм ышаныслы булһа, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеләсәк тигән ышаныс ҙур.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас