Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2022, 14:24

Оҫтаханалар бик кәрәк

Сергей Крамсков.Сергей Крамсков.
Фото:Сергей Крамсков.

Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжында күптән түгел “WorldSkills Russia” компетенциялары буйынса “Мобиль ҡушымталарҙы эшкәртеү”, “Төҙөлөш производствоһын ойоштороу” технологиялары буйынса һәм башҡа оҫтаханалар асылды. Мөһим сарала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин ҡатнашы.

– IX “WorldSkills Russia” милли чемпионаты финалында Өфөлә Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжынан алты уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың икеһе “Ҡыйыҡ эштәре” йүнәлешендә бронза призер булды, – тине Егор Родин.

Министр белдереүенсә, Линар Бикмөхәмәтов менән Дмитрий Волков өлгәшкән һөҙөмтәләр беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы күрһәткән, ләкин уңыштарыбыҙҙы арттырыу өсөн уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яҡшыртыу зарур. Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән чемпионат финалы быға үҙе үк ҙур мөмкинлектәр бирә. Башҡортостандың төҙөлөш тар­мағы, башҡа өлкәләр һымаҡ уҡ, йәш бел­гестәргә мохтаж. Был хәрәкәттең ар­табан да дауам ителеренә һәм үҫе­шенә ышаныс көслө. Үҙ сиратында, ошо йүнәлеш һөнәри кадрҙарҙы үҫтереү сис­темаһын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Оҫтаханаларҙы һынау барышында сарала ҡатнашыусылар майҙансыҡ­тарҙы йыһазландырыу кимәлен юғары баһаланы. Уларҙың иғтибарын бигерәк тә “BIM мәғлүмәт моделләү технологиялары” йүнәлеше буйынса майҙансыҡ йәлеп итте. Уның эшмәкәрлеге капиталь төҙөлөш объекттарын проектлау өлкәһендә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡайтып ҡала. Төҙөлөш тармағындағы архитекторҙар һәм инженер-проектлаусылар бинаның мәғлүмәт моделен эшләй, һыҙмалар тупланмаһын барлыҡҡа килтерә, инвестиция төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Оҫта булып танылыу етештереүсәнлекте күтәреүгә, шулай уҡ үҙҡиммәтте һәм сығымдарҙы кәметеүгә һәм проекттың юғары сифатлылығына булышлыҡ итә. Әйткәндәй, быйыл 1 ғинуарҙан дәүләт финанслаған яңы объекттарҙы төҙө­гәндә мәғлүмәт моделләштереү технологияларын ҡулланыу мотлаҡ шарт булып торасаҡ.

– Иҡтисад их­тыя­жын кәрәкле кадр­ҙарға йүнәлтеү, республика колледждарын йыһазландырыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү – Башҡорт­остандың инновациялы социаль-иҡтисади үҫеше талаптарына ярашлы, сифатлы һөнәри белем биреүҙең төп маҡсаты булып тора. Бары тик бөтә яҡтан уйланылған мөнәсәбәт булғанда ғына, мәғариф өлкәһе һәм предприятиелар араһындағы селтәрҙәр аша төбәгебеҙҙең айырым бер тармағы өсөн белгестәр әҙерләүгә мөмкинлек тыуасаҡ, – тип билдәләгәйне Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин.

“Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын әүҙем тормошҡа ашырған Илдар Ғүмәров етәкселегендәге Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы тап ошо юлдан бара, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

 

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас