Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2022, 14:04

Робот техникаһы... балалар баҡсаһында

Заман технологиялары сабыйҙарға ла барып етте.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ваҡыт та, заман да бер урында ғына тормай: бигерәк тә мәғлүмәт технологиялары йылдам үҫешә, хәҙер роботтар ҙа күп урында файҙаланыла, шуға күрә лә республикабыҙҙағы байтаҡ ҡына мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмаларында программалаштырыу һәм робот техникаһы түңәрәктәре эшләй.

Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының өс-биш йәшендә үк роботтар менән эш итә алыуына аптырай, күптәре был хәлгә шикләнә лә. Тик белгестәр иртә түгел тип иҫәпләй, сөнки робот тех­никаһы – киләсәге булған тармаҡтарҙың береһе генә түгел, бәләкәстәр өсөн бик файҙалы шөғөл дә. Ни тиһәң дә, төрлө уйынсыҡ машиналар һәм роботтар былай ҙа балаларыбыҙҙың даими иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, “LEGO” ярҙамында ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы техник объекттар төҙөлөшө менән таныштырырға мөмкин.

Бына Стәрлебаш ауылын­дағы 2-се балалар баҡсаһында яңы технология – робот техникаһы түңәрәге – асылды. Эш төркөмө мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмаһы һәм балалар ижады үҙәге педагогтарынан тора. Улар Стәрлебаш районындағы хәйриә фонды менән берлектә “Уйнап үҫәбеҙ” проектын эшләне. Уның маҡсаты – мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге бәләкәй балаларҙың техник мөмкин­лектәрен асыу һәм үҫтереү.

Йыш ҡына артыҡ килеме булмаған, бигерәк тә күп балалы йәки һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр бәләкә­сен робот техникаһы буйынса түләүле күнекмәләргә йөрөтә алмай. Айырыуса йорт яҡын­дағы ошондай үҙәккә 60 километр алыҫлыҡта булғанда, был мөмкин түгел. Бына ошондай проблемаларҙы хәл итеү өсөн үрҙә әйтелгән проект тормошҡа ашырылды. Ул Рәсәй Феде­рацияһы Президенты гранты аҡсаһын файҙа­ланып атҡа­рылды. Шулай итеп, Рәсәй Президенты гранттары фонды ярҙамында балалар баҡсаһына “Lego Wedo-2” һәм “Lego Education Mindstorms EV3” конс­трукторҙары, ноутбуктар, проектор, экран һатып алынды.

Стәрлебаш ауылындағы Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогтары Л.И. Искәндәрова, Ф.Ф. Усманов, Г.В. Спиридонова, И.З. Сәйфет­динов белем биреү ойошмаларында түңәрәк эштәрен ойошторған. Шуныһы үҙенсә­лекле: был күнекмәләр бушлай үткәрелә. Бәләкәй саҡтан уҡ робот техникаһы буйынса белем алыу заман менән бергә атлау өсөн ныҡлы нигеҙ булып торғанлығын һәр кем белә. Робот техникаһы менән кескәйҙәр генә түгел, уларҙың ата-әсәһе лә мауыға тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын.

Шулай итеп, хәҙерге заман балаларына мауыҡтырғыс уйынсыҡтар даими кәрәк. Бәләкәстәр мобиль, заманса инновацияларҙы тормошҡа ашырыу өсөн әҙер булып үҫергә тейеш. Тап мәктәпкә тиклемге осорҙа һәм башланғыс класта улар һәр ғәмәлдең нисек барлыҡҡа килеүе, төҙөлгәнлеге менән бигерәк ҡыҙыҡһыныусан. Ошо йәһәттән “Уйнап үҫәбеҙ” мәғариф проекты булышлыҡ итә. Әйткәндәй, ул бәләкәстәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Дәрес­тәр ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө механизмдарҙы үҙләштерә алһын өсөн уңайлы шарттарҙа ойошторола. Һөҙөмтәлә улар төрлө моделдәрҙе ҡороп ҡына ҡалмай, уларҙан компьютерҙа программа ла эшләй. Бына ошо робот техникаһы буйынса күнекмәләр тәрбиә-белем би­реү процесында үҙҙәренең һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтте.

...Барыһы ла ябай детал­дәрҙе атауҙан, күрһәтеүҙән һәм йыйыуҙан башлана. Хәҙер кескәйҙәр “Вентилятор”ҙы йәки “Спутник”ты хәрәкәт иттереп кенә ҡалмай, төрлө команда­ларҙы ла атҡарттыра ала. Ошондай һөҙөмтәләргә өлгәш­кән бәләкәстәр үҙ-үҙенә нығы­раҡ ышана, яңынан-яңы асыштар яһарға ынтыла. Уларҙың математик йәһәттән фекерләү ҡеүәһе арта, проект эшмәкәр­легенә ылыға бара. Һөҙөмтәлә балалар бер юлы уйнай ҙа, белемгә лә эйә була.

Әлбиттә, киләсәктә беҙҙең түңәрәктәргә йөрөгән һәр бала, инженер һөнәрен һайламаһа ла, өлкәндәр тормошонда кәрәк буласаҡ белем-шөғөлгә эйә буласаҡ. Әлегә улар ихлас уйнай, күнекмәләр тамамланғас, улар менән хушлашып та өлгөрмәйбеҙ, киләһе дәрес­тәрҙең ҡасан башланасағы хаҡында ҡыҙыҡһыналар.

 

Елена КИСЛЯКОВА, Стәрлебаш ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы етәксеһе, “Уйнап үҫәбеҙ” проекты кураторы; Ләлә ИСКӘНДӘРОВА, проект етәксеһе.

Читайте нас