Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2022, 14:23

Уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтә

Иңенә ҡанат ҡуйыусыларҙың күплеге уңыштарға юл асҡан.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Араларҙың алыҫлығы арҡаһында Ейәнсура районында ғүмер кисергән яҡташтарым менән йыш күрешеп булмай. Уның ҡарауы, һәр осрашыу – үҙе бер ғүмер. Төрлө сәбәбен һәм юлдарын табып, кисәләрҙә йәки сараларҙа юлыбыҙ киҫешһә, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Ейәнсура районына сираттағы командировкаға барғанда күптәнге танышымды тап иттем. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, юғары категориялы уҡытыусы Ғайса ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

 

– Уҡытыусылар көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә иғлан ителгән өр-яңы конкурста – “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн сәмле алышта ун ҡатын-ҡыҙ араһында һеҙ ир затынан берҙән-бер педагог инегеҙ һәм берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәнегеҙ. Уңыш сере нимәлә?

– Был йәһәттән ағай-энегә, иптәш­тәремә, айырыуса яҡташтарыма рәхмәтем сикһеҙ. Улар бәйге башланғандан алып минең өсөн янды-көйҙө, тәүҙән үк дәррәү тауыш бирә башланы. Ғөмүмән, ейәнсураларҙа теләктәшлек тойғоһо шул хәтлем көслө, ваҡыт уҙған һайын, быны тәрәнерәк аңлайым.

 

– Тимәк, һеҙҙе беләләр һәм хөрмәт итәләр...

– Уҡытыусылыҡ эше менән тотош Баш­ҡортостан буйлап йөрөйөм, хатта башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә лә йыш сәфәргә сығырға тура килә, беренсе сиратта – Ейәнсура районына.

 

– Уңыш тигәндән, алыҫ үткәндәргә ҡайтһаҡ, һеҙ 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе тип танылдығыҙ. “Ейәнсуралар тәүәккәл­лек һыҙаттарын үҙ иткән” тиеү ысынбарлыҡҡа тура киләме?

– Уҡытыусылар араһында ойошторол­ған район бәйгеһендә еңеү яулағандар автоматик рәүештә республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Был тәңгәлдә бәхет миңә йылмайҙы. Бөгөнгөләй хәтеремдә, 80-дән ашыу уҡытыусы үҙ-ара көс һынаштыҡ, береһенән-береһе уңғандар һәм әүҙемдәр, күптәр ҙур тәжрибәгә эйә, араларында оло маҡсаттар менән янған йәштәр ҙә күренә. Тәүәккәллек һыҙаттары булғандыр инде.

 

– Эш башлағандың тәүге йылдары, унан һуңғараҡ осор һағындыра, шул уҡ ваҡытта хәҙер ҙә эшләү шул тиклем рәхәт, тинегеҙ. Тағы ла ҡайһы йылдар хәтерегеҙгә нығыраҡ уйылған?

– Хеҙмәтемде юғары баһаланылар, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыу бәхете тейҙе. Әйткәндәй, бындай юғары исем ауылдашым Азамат Юлдашбаевҡа ла бирелде. Бәләкәй генә бер ауылдан ике кешенең “Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтөүе – һирәк күренеш.  Ул – иң ҡәҙерле, иң иҫтәлекле көндәремдең береһе. 2005 йылдың 20 апреле – тәбиғәттең татлы йоҡоһонан яңы ғына уянып килгән мәлендә беҙ “Йыл уҡытыусыһы-2005” конкурсында еңеү­селәр республикабыҙҙың Мәғариф министрлығынан Башҡортостан Хөкүмәте йортона юлландыҡ. Күңел кисереш­тәремде, нисек тулҡынланғанымды үҙем генә беләм, сөнки еңеүсе булараҡ, бөтәһе исеменән дә миңә сығыш яһарға, йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә кәрәк. Зауыҡлы ла, иркен дә залдағы уңайлы ултырғыстан урын алғас та тантаналар залының яҡтылығына иҫем китте. Шул уҡ ваҡытта тулҡынланыу ҙа икеләтә көсәйҙе, хатта еңелсә генә ҡаушау хисе барлыҡҡа килде. Иң беренсе сәхнәгә миңә сығырға кәрәк. Бына алып барыусы минең турала ҡылыҡһырлама уҡый. Иҫләүемсә, текст аҙағында “Ҡурайҙа бик оҫта уйнай” тигән юлдар ҙа бар ине. Ә мин ҡурайҙа уйнай белмәйем. “Әллә йырлап ишеттерәһеңме?” – тип көтмәгәндә һораны Президент, ниңәлер ҡурайҙы урап үтте. Йырым да әҙер түгел. “Мөхәббәт тураһында йыр башҡарһам, яраймы?” – тинем үҙем дә һиҙмәҫтән. “Әйҙә һуң, иҫкә төшөрәйек мөхәббәтте”, – тине ул. 

“Көмөш балдаҡ һына тиҙәр,

Һынмай ҙа бөгөлмәй ҙә,

Тәүге һөйөү һүнә тиҙәр,

Һүнмәй ҙә һүрелмәй ҙә”

тигән йырҙы яңғыраттым. Ил ағаһының күңеле булыуы уның йөҙөндә сағылыш тапты: мәрәкәләй, шаяртыу һүҙҙәрен йәлләмәй. “Эйе шул!” – тип арҡамдан һөйөп тә алды. Ҡағыҙҙа алдан әҙерләнгән докладты һөйләүҙе оноттом.

“Нисек инде еңеүсе булмайһың? – тинем. – Һеҙ бит иң төпкөл райондарҙың береһе, улай ғына ла түгел, Ейәнсуралағы иң алыҫтағы Яңыбай ауылына килеп, өр-яңы мәктәп астығыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты менән таныштығыҙ, уҡыусы балалар менән атайҙар кеүек һөйләштегеҙ, һәр береһенә уңыштар теләнегеҙ. Ундай йылы аралашыуҙы алдан планлаштырһаң да килеп сыҡмаҫ ине. Шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙға газ үткәрҙегеҙ”.

Ҡыҫҡаһы, оло рәхмәтемде ябай ғына итеп, үҙ һүҙҙәрем менән еткерҙем. Әйткәндәй, мәктәбебеҙ 1998 йылда асылғайны. Нәҡ шунда  Президентыбыҙҙы һуғыш ветераны Ғәлийән Хөсәйенов бейеп ҡаршы алғайны.

 

– Халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны һуҙырға теләк бар инеме?

– “Илсе Ғайса”ны бөтә донъямды онотоп тыңларға яратам.

– 31 йыл педагогик хеҙмәт стажына эйә Ғайса Харис улының хеҙмәт биографияһы ҡайҙа башланған?

– Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтындағы (хәҙер – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) студент саҡтарҙы, әлбиттә, оноторлоҡ түгел. Бына ошо юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, район үҙәге Иҫәнғолға ла, тыуған ауылым Саҙалыға ла, бүтән ергә лә түгел, ә туп-тура Яңыбайға юлланып, шундағы мәктәпкә эшкә урынлаштым. Дөрөҫөрәге, кисәге ябай студентты ошо белем усағына директор итеп үрләттеләр. Тәжрибәм самалы бит инде, ҙур коллектив менән уртаҡ тел табып эшләү мөһим. 24 йәш тә тулмаған миңә. Шул әлеге лә баяғы йәшлек дәртем, алға маҡсаттар билдәләү бар кәртәләрҙе лә йырып сығырға ярҙам иткәндер. Ете йыл директор ише яуаплы вазифаны башҡарҙым, унан инде уҡытыусылыҡҡа күстем. Шәп саҡтар артта ҡалған икән, әле һаман һағынып бер булам. Уҡытыусылар бер-береһенә ҡарата ярҙамсыл ине, сараларҙы ата-әсәләр менән һәр саҡ кәңәшләшеп ойошторҙоҡ, уҡыусыларҙың әүҙемлеге һоҡландыра торғайны.

 

– Саҙалы – Ейәнсура районының бер башында, ә Яңыбай икенсе осонда ята. Оло Һүрәм йылғаһын Ҡороюлға алмаштырҙығыҙ инде...

– Яҙмыштан – уҙмыш юҡ, тиҙәр.

 

– Бөтәһе лә Хоҙай Тәғәләнең ҡулында, тип әйтмәксеһегеҙме?

– Эйе, ышанам Хоҙайҙың барлығына. Тағы ла шул студент осорона әйләнеп ҡайтһаҡ, башҡа һыймаҫтай бер хәл иҫкә төшә. Үткән быуатта партияның ныҡ көслө заманында юғары уҡыу йорттарында атеизм предметын тәрән уҡыттылар. Шулай, имтихан ваҡытында ғалим минән ҡарашымды ҡапшап ҡарай. “Нисек уйлайһың, Хоҙай бармы?” – тип тәүге стандарт һорауын миңә бирҙе. “Бар” тип өҙөп кенә әйтһәм, “икеле” сәпәүе көн кеүек асыҡ. “Юҡ” тип яуап бирҙем. Әллә күпме йыл үтте, әммә шул яуабым өсөн һаман да үкенәм. Ҡайһы берәүҙәрҙең ауыр саҡтарында, һынылышлы мәлдәрендә генә Хоҙай Тәғәлә иҫенә төшә. Был – бөтөнләй дөрөҫ түгел. Хоҙай һәр саҡ минең менән, мин уны тоям һәм һиҙәм.

 

– Һайлау мөмкинлеге бирелһә, Ғайса Харис улы уҡытыусы һөнәрен яңынан һайлар инеме йәки бүтән йүнәлеш буйынса китер инеме?

– Йәшермәйем, ундай икеле-микеле уйҙар булманы түгел, булды.  Бынан бер нисә йыл элек әхлаҡ һәм тәрбиә темаларына аналитик мәҡәләләрем өсөн “Киске Өфө” гәзите мине лауреат итеп ҙурланы. “Төплө һәм шыма яҙаһың”, – тип маҡтап, баҫманың баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева эшкә ҡоҙалағайны, әммә хәбәрсе булыуҙан баш тарттым. Шуныһы, маҡтаулы ла, хөрмәтле лә уҡытыусы һөнәрен һайлағаныма тамсы ла үкенмәйем. Иң ҙур ҡаҙанышым – уҡыусыларымдың күп тапҡыр республика олимпиадаһы, төрлө конкурстар еңеүсеһе булыуы. Уларҙың уңыштарын үҙемдекеләй ҡабул итәм. Шуның өсөн генә лә мәктәптә эшләргә кәрәктер. Уҡыусы балалар рухи һәм әхлаҡи яҡтан үҫешкән, белемле, һау-сәләмәт буй еткерһен, тип тырышам.

“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе булып та танылдым, 100 мең һумлыҡ грант оттом. Бынан тыш, “Педагог-тикшеренеүсе” республика конкурсында алдынғылыҡты бирмәнем. Ысынлап та, ғаиләм, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем, дуҫ-иштәрем, уҡыусыла­рымдың ата-әсәһе, ошо уҡыусы балалар үҙҙәре иңдәремә ҡанат ҡуймаһа, рухымды күтәрмәһә, һүҙ ҙә юҡ, бер ниндәй ҙә юғарылыҡтар булмаҫ ине.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса методик ярҙам күрһәтеү ниәтендә, республикабыҙҙың Йәрмәкәй һәм Бәләбәй райондарының, улай ғына ла түгел, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы мәктәптәренә барып ҡайттым. Ейәнсура районынан тыш, республика кимәлендә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына даими рәүештә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәм. Мәскәүҙә Кремль һарайында Уҡытыусылар көнө хөрмәтенә уҙғарылған тантаналы сарала ҡатнаштым. Әле Республика башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ассоциация­һының башҡарма комитеты ағзаһымын.

 

– Гәзит уҡыусыларҙың ғаилә хәлегеҙ тураһында ла белгеһе киләлер.

– Хәләл ефетем – Яңыбай урта мәктәбендә директор. Ҡыҙыҡ, ҡасандыр мин директор инем, хәҙер ошо яуаплы вазифа – уның иңендә. Һөйгәнем менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Малайҙарыбыҙҙың һәр береһе булдыҡлы, ныҡышмал һәм егәрле. Салауат, Айтуған һәм Тимербулаттың һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар, фекерҙәре ныҡлы. Тормош асылым – йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, ғүмер юлынан Кеше исемен юғары тотоп үтеү.

 

– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Телебеҙгә һөйөү уятыу бурысын үтәүсе булараҡ, арабыҙҙа телһеҙ милләттәштәребеҙҙең булыуына йөрәк әрней. Гәзит-журналдарҙың тиражы артыуын ныҡ теләр инем. 

 

– Ғайса Харис улы, ваҡыт табып, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар юлдаш булһын!

 

Илдар АҠЪЮЛОВ

Ейәнсура районы.

Читайте нас