Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2022, 14:25

“Ҡыҙыл зона”ла үҙ теләге менән эшләй

Бәләкәй генә мәҡәләмде яҡын туғаныма бағышларға уйлайым, сөнки ҙур йөрәкле бер туған апайым быға тулыһынса лайыҡ. Ҡәҙерле кешем Айгүзәл Солтанғужина сығышы менән Ейәнсура районының Этҡол (элек – Юлдаш) ауылынан.

Беҙ ғаиләлә бик татыу үҫтек, бер-беребеҙгә серҙәребеҙ һыйҙы. “Ана, әхирәттәр килә”, тиҙәр ине беҙҙең турала.

Апайыма биология, химия фәндәренең еңел бирелеүенә шаһитмын. Ул, ҙур үҫкәс, уҡытыусы булыр тип мин генә түгел, бүтәндәр ҙә ышанғайны. Көндәлегендә ошо фәндәрҙән һәр ваҡыт “бишле” билдәләре күреп ҡыуандым.

Әммә мәктәпте отличноға ғына тамамлағас, “акушерлыҡ эше” йүнәлеше буйынса Өфө медицина колледжына уҡырға инде. Ул ҡулына диплом алғас та Өфө ҡалаһының Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлегенә эшкә урынлашты.

— Тыныс ваҡытта һигеҙ ай эшләргә өлгөрҙөм, ә аҙаҡтан инде хәл-торош төбө-тамыры менән үҙгәрҙе, — тип һөйләй Айгүзәл. – 2020 йылдың март айы аҙағы барыбыҙҙың да хәтерендә ныҡ уйылған. Тотош донъя коронавирус хаҡында ғына һөйләне. Беҙҙең бала табыу йортон иһә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы итеп ҡулайлаштырҙылар. Мин хәҙер ҡабул итеү бүлегенең бала табыу бүлмәһендә, бер үк ваҡытта ауырлы ҡатындар патологияһы бүлегендә лә тир түгәм.

Ысынлап та, коронавирус шашҡан ваҡытта, Дим биҫтәһенең бала табыу йорто йоғошло сирҙәр бүлеге итеп үҙгәртелә. Ул вирус йоҡторған йөклө, шулай уҡ гинекология сирҙәренә дусар булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡулайлаштырылған. Иң беренселәрҙән булып үҙ теләге менән “ҡыҙыл зона”ла эшләргә теләк белдергән медицина хеҙмәткәрҙәре исемлегендә Айгүзәл Солтанғужина ла бар ине.

– Тәүге ике айҙа махсус кейемдә йөрөүе ныҡ ауыр булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша апайым. – Аҙаҡтан инде күнегәһең, әйтерһең дә, быға тиклем дә шундай уҡ ҡатмарлы шарттарҙа эшләгәнһең. Ауыр хәлдәге пациенттар бик күп ине. Әгәр уларҙың хәл-торошон тойоп, эргәләрендә йөрөйһөң икән, барлыҡ ихтыяждарың һәм ял итеү теләгең икенсе планға күсә. Пациенттарҙың һаулығы – һәр ваҡыт беренсе урында. Ғәҙәти булмаған мөхиттә профессиональ оҫталығым әллә ни ҙур роль уйнамаған кеүек ине. Иң мөһиме – оло йөрәкле кеше була белеү. Пациенттар өсөн һин һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған ғаилә ағзаһына ла, яҡын дуҫҡа ла әйләнәһең. Аҙаҡ инде улар һине бары тик күҙ ҡарашыңдан, тауышыңдан ғына таный башлай. Ҡайһы бер сирлеләр махсус костюмда түгел, ә ябай кейемдәге фотоларҙы күрһәтеүемде үтенеп һорай, йәш булыуымды күреп, ныҡ аптырай торғайны.

Айгүзәл һөйләүенсә, “ҡыҙыл зона”ла эшләү уның өсөн ысын тормош мәктәбенә әйләнгән. Ул унда медицина хеҙмәткәре генә түгел, кеше булараҡ та бик ҙур тәжрибә туплаған.

Алтынай СОЛТАНҒУЖИНА,

Башҡорт дәүләт

университеты студенты.

Читайте нас