

Билдәле булыуынса, 2022 йыл республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы итеп иғлан ителде. Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалында ошо исемле йылды асыу тантанаһы булды.
Сарала район хакимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Петр Руднев сығыш яһап, студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡотланы. Филиал етәксеһе Т.Р. Сәхәүетдинова республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа еңгәндәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡатнашҡандарға сертификаттар тапшырҙы.
Шулай уҡ был көндә йәштәр "Үҙ һөнәремә саҡырам" исемле флешмоб ойошторҙо. Киләһе йылға ҙур өмөт бағлай филиал студенттары һәм уҡытыусылары.
Фото колледж сайтынан.