Белем һәм тәрбиә
8 Февраль 2022, 06:15

Байрамығыҙ менән, ғалимдар!

Башҡортостан бай академия һәм университет традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Байрамығыҙ менән, ғалимдар!Байрамығыҙ менән, ғалимдар!
Байрамығыҙ менән, ғалимдар!

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан ғалимдарын Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы.

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Республика ғалимдарын һоҡланғыс байрам – Рәсәй фәне көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостан үҙенең ғилми мәктәптәре, бай академия һәм университет традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Тикшеренеү коллективтарының мөһим асыштары һәм ҡаҙаныштары социаль өлкә, медицина, мәғариф, инновациялы производстволар үҫешенә әүҙем йоғонто яһай.

Фән һәм технологиялар йылы республиканың фәнни ҡеүәтен артабан арттырыуға, һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итте. Беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең фән ҡаҙаныштарын күпләп файҙаланған ойошмалар һәм производстволар менән хеҙмәттәшлектә өлгәшелгән ҙур уңыштары Башҡортостандың конкурентлыҡҡа һәләтен нығытты һәм ил иҡтисадын үҫтереүгә яңы этәргес бирә.

Университеттарыбыҙ “Өҫтөнлөк 2030” Рәсәй вуздарына дәүләт ярҙамы программаһында еңеү яуланы. Федераль аҡса ярҙамында генетика, материалдарҙы өйрәнеү, фотоника, нанотехнологиялар өлкәһендә алты йәштәр лабораторияһы барлыҡҡа килде. Республика конкурс нигеҙендә йыл һайын перспективалы тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыуға гранттар бүлә. Яңы типтағы күп йүнәлешле юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторола. Республикала киләһе ике йылға карбон полигоны эшмәкәрлеге программаһы уңышлы яҡланды. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөшө башлана.

Йәштәр араһында ғалим һөнәренең абруйы арта. Йәш тикшеренеүселәр үҙҙәренең һәләтен күрһәтә, үҙебеҙҙә, тыуған Башҡортостанда, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Фәнгә хеҙмәт итеүҙе тормошонда төп эш итеп һайлағандарҙың барыһын да ысын күңелдән ҡотлайым! Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, һеҙгә ғилми һәм һөнәри үрҙәргә өлгәшеүҙе, республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтендәге идеяларығыҙҙың һәм ҡаҙаныштарығыҙҙың уңышлы тормошҡа ашыуын теләйем”, – тиелә төбәк Башлығының ҡотлауында.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас