

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов исемен йөрөткән Күсей төп белем биреү мәктәбенә аяҡ баҫыу менән әллә күпме шәхескә арналған иҫтәлекле таҡтаташтарҙы күрәһең. Ысынлап та, Күсей ауылы элек-электән үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота.
Бында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, “Әлифба”ның тәүге авторы, ғалим-педагог Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, бейеүҙәре милли сәнғәт классикаһына ингән билдәле балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов һәм башҡалар донъяға килгән. Әйткәндәй, иң ҙур алтынды ла – “Ирәндек айыуы”н Күсей механизаторы Радик Үтәғолов тапҡан.
“Бөгөн күренекле шәхестәре менән дан алған, герой исемен йөрөткән белем усағының хәле нисек, ниндәй уңыштары бар, хәл итәһе проблемалары юҡмы?” тигән һорауҙар менән мәктәпкә юл алдыҡ.
Уҡыу йортона утыҙ йылға яҡын Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов етәкселек итә. Күсей мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе, бөгөн дә күренекле ауылдаштарының юлын лайыҡлы дауам итеп, төрлө һөнәргә эйә булып, республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә уңыш яулай.
Бөгөн коллективта 15 кеше эшләй, шуларҙың бер тиҫтәһе – уҡытыусылар. Бишәүһе юғары категорияға эйә, бер уҡытыусы – Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Педагогтар коллективының уртаса йәше – 48.
– Бөтәһе 40 уҡыусы белем ала. Мәктәп янында “Ҡояшҡай” мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө эшләй. Йылдан-йыл уҡыусылар һаны кәмей, башланғыс блокта ике класты бергә уҡытырға мәжбүрбеҙ. Уҡыусылар предмет олимпиадаларында, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа һынатмай: һәр саҡ призлы урындар яулай. Волейбол, ҡурай, бокс түңәрәктәре эшләй.
Ауылдашыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев һәм Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған республика ижад конкурсында йыл һайын беҙҙең уҡыусылар – еңеүселәр рәтендә. Коронавирус пандемияһына бәйле, һуңғы ике йылда был конкурстар онлайн тәртибендә үтә. Район мәктәптәре араһында уҡыусыларҙың спартакиадаһында Әсҡәт Фәйзуллин етәкселегендәге уҡыусылар командаһы, спорт ярыштарында еңеү яулап, райондың күсмә Кубогын алыуға өлгәште. Шулай уҡ Хәмзә Сәфәрғәлин етәкселегендәге бокс түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр ҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Белем усағы 1988/89 уҡыу йылында сафҡа инеп, шул осорҙан алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күргәне юҡ. Ике йыл рәттән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, мәктәптең тәҙрәләрен пластикка алмаштырыуға өлгәштек. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, мәктәп яны ҡоймаларын яңырттыҡ, спорт залына ремонт яһаныҡ. Шулай уҡ мәктәптең ҡыйығын алмаштырыу мәсьәләһе тора, был тәңгәлдә район етәкселегенең ярҙамына өмөт бағлайбыҙ, – ти Ҡунаҡбай Шәриф улы.
Спортта ла һынатмай улар!
Бөгөн йәштәр араһында ғына түгел, уҡыусыларҙа ла сәләмәт тормошто үҙ итеү, спорт менән шөғөлләнеү “мода”ла. Сәләмәт тәндә сәләмәт рух икәнлеген уҡыусылар бәләкәй кластан уҡ аңлап үҫә. Күптәре үҙенә оҡшаған секцияға йөрөй, саңғыла шыуа, боҙҙа хоккей уйнай. Уҡыусыларҙы физкультура дәресенән Әсҡәт Фәйзуллин уҡыта һәм секцияларҙы ла күберәк ул үткәрә.
– Беҙҙең мәктәп элек-электән волейбол буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Районда ла һәр саҡ призлы урындар яулайбыҙ, – ти Әсҡәт Шәфҡәт улы.
Мәктәптең спорт залында туп уйнаған балалар тауышы ишетелгәс, унда ла инергә булдыҡ. Ысынлап та, волейбол командаһының бер төркөм ағзалары буласаҡ ярышҡа әҙерләнә ине. Ваҡыттары тар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән бер аҙ аралашырға һәм фотоға төшөргә ваҡыт таптылар.
Бына ул Күсей мәктәбенең буласаҡ спортсылары – Алина Игебаева, Хазина Баймөхәмәтова, Миләүшә Иҫәнғолова, Марсель Әхмәтов, Тимур Кәримов һәм Искәндәр Үтәғолов.
“Ҡыҙың уҡытыусы булыр ул...”
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Латипова – Күсей ауылы ҡыҙы һәм килене. Әле балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн күп көс түгә.
1976 йылда ишле ғаиләлә кинйә бала булараҡ донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән апай-ағайҙарының ярҙамы менән уҡырға өйрәнә, китаптағы кеүек баҫма хәрефтәр менән яҙа башлай. Йомош-фәләнгә килгән кешеләр әсәһенә: “Уҡытыусы булыр ул ҡыҙың”, – тиер була. Үҙе лә ҡурсаҡтарын теҙеп, уҡытыусы булып уйнарға ярата.
– 1983 йылда мәктәпкә уҡырға барҙым. Тәүге уҡытыусыбыҙ Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙын бөтә класыбыҙ менән яраттыҡ. Ул беҙҙе дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтте. Артабан Нәзирә Исламғолова, Гүзәл Иҫәнбаевалар ҡулында уҡыныҡ. Йылдан-йыл белемебеҙ артты, тасуири уҡырға, тигеҙ итеп яҙырға, теүәл иҫәпләргә һәм башҡа бик күп һөнәрҙәргә өйрәндек. Бишенсенән класс етәксебеҙ Рәйсә Марат ҡыҙы Абдуллина булды. Күңелде киткән, яралаған, кемебеҙҙелер ситкә типкән бер генә мәле лә булманы уҡытыусыбыҙҙың, барыбыҙҙы ла аңлай, тыңлай белде. Ошондай йылы мөхиттә тәрбиә һәм белем алғанға ла һайлағанмындыр уҡытыусы һөнәрен, – ти Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы.
Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ 9-сы класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Студент сағында уҡ әсә теленең матурлығына, нескәлегенә төшөнөп кенә ҡалмай, үҙе лә ижад менән шөғөлләнә. Тәүге шиғырҙарын яҙа, хикәйәләр ижад итә. Илүзәнең иншаларын уҡып, хатта белем биргән уҡытыусылары ла хайран ҡала.
Уҡып бөткәс, йүнәлтмә буйынса йәш белгесте Салауат ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Ошо мәлдә ул ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Илүзә Латипованың тәүге һөнәре – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Балаларҙы яратыу, улар менән эшләү уға шул тиклем оҡшай, шуға күрә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында алған тәжрибә уҡытыуға күскәс тә бик ярап ҡала.
Күсей ауылы егете Күсем менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итә. Тормоштарын йәмләп улдары Айгиз менән ҡыҙҙары Гөлүзә донъяға килә. Хәҙер инде Илүзә Латипова 20 йылдан ашыу үҙенең тыуған ауылы мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Ул өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡала торғандарҙан түгел, һәр саҡ эҙләнергә, камиллашырға ынтыла, заман менән йәнәш атлай. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнаша, 2011 йылда районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте бәйгеһендә еңеп, республика кимәлендә район данын яҡлай һәм лауреат исеменә, “Киске Өфө” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ була.
Уның уҡыусылары ла төрлө олимпиадаларҙа, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында, шиғыр ятлаусылар бәйгеһендә һәр саҡ призлы урын яулай. Мәктәптә һәм ауылда үткән барлыҡ сараларҙа алыштырғыһыҙ алып барыусы, сценарий яҙыусы ла ул.
– Төп маҡсатым – уҡыусыларымды туған телебеҙҙән тартынмай, уны һаҡларға, үҫтерергә, башҡортса таҙа һөйләшергә өйрәтеү. Шуға ярашлы, уларҙы төрлө ижади конкурстарға, фәнни-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашырға йәлеп итергә тырышам. Район һәм республика кимәлендәге “Игебаев уҡыуҙары”нда 2021 йылда Камила Исламғолова – еңеүсе, Ролан Абдразаҡов – призер, ә үҙем дәрес биреү өлгөһө буйынса алдынғы урынды яуланым. “Таңсулпан сулпылары” бәйгеһендә Т. Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” музыкаль драмаһынан өҙөктө сәхнәләштереп, 8–9-сы класс уҡыусылары менән икенсе урынға сыҡтыҡ, 2021 йылда Т. Ғарипова хикәйәләре тураһында инша яҙыу конкурсында Гөлүзә Латипова еңеүсе булды. Бәләкәй Фәндәр Академияһының ғилми-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашҡан еңеүселәр, призлы урындарға лайыҡ булыусылар араһында Күсей мәктәбе уҡыусыларының да булыуы ҡыуаныслы, – тип уңыштары менән уртаҡлашты Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы.
Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтарында телде байытыу, йолаларҙы онотмау өсөн фольклор өлгөләрен өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирә, фәнни эштәр башҡарғанда иһә уҡыусылары менән диалектизмдар, ауылдарына ғына хас әйтем-мәҡәлдәр, тыйыуҙар, топонимик легендалар, риүәйәттәр яҙып алыу менән шөғөлләнәләр.
2015 йылда диалектология һәм топонимика буйынса ике фәнни эше менән ике уҡыусыһы Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән конкурста ҡатнаша, береһе өсөнсө урынды яулай. Уларҙың эштәре конференцияның йыйынтығында баҫылып сыға.
2019 йылда Ролан Абдразаҡов, “Күсей ауылы диалектизмдары” темаһына сығыш яһап, район фәнни-эҙләнеү эштәрендә призер була. 2020 йылда уҡыусыһы Гөлүзә Латипова “Күсей ауылының этнолингвистик һүҙлеге” темаһына район фәнни-эҙләнеү конкурсында сығыш яһап, сертификатҡа лайыҡ була.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, үҙенең шәхси призын булдырып, ике йыл рәттән йәш хикәйәселәрҙе 5-әр мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләй. Педагог, талантлы уҡыусыларҙы асыҡлап, улар менән ижади эшләүҙе ойоштора. 2020 йылда был конкурста еңеп сыҡҡан уҡыусыһы Алтынай Сафина шул уҡ йылдың көҙөндә Сибай гимназияһы ойошторған Т. Ғарипова исемендәге республика инша, хикәйә конкурсында өсөнсө урын яулай.
Ҡасандыр әсәһенә әйткән һүҙ тормошҡа ашып, бөгөн ауылында балаларға белем биргән, тәжрибәле уҡытыусының киләсәккә пландары ҙур. Диалектология, этнолингвистика өлкәһендә артабан да эшләргә, уҡыусыларҙың эштәрен китап итеп туплап сығарырға тигән уй-маҡсаттар менән янып йәшәй Күсей мөғәллимәһе.
“Сит телде өйрәнеү – заман талабы”
Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш ауылы ҡыҙы Гөлнара Исламғолова, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Хәлил урта мәктәбендә башлай. Артабан Күсей ауылы егете Әхтәм Ҡазыхан улы менән ғаилә ҡора. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
2000 йылда Күсей урта мәктәбенә эшкә килә һәм директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары, сит телдәр уҡытыусыһы булып эш башлай һәм бөгөнгә тиклем ошо бурысын теүәл үтәй.
– Бөгөн уҡыусылар сит телдәрҙе үҙләштереүгә ыңғай ҡарай һәм ҙур теләк менән өйрәнә. Инглиз теленән башҡа тағы ла немец телен дә өйрәнәбеҙ. Быйыл республикала Фольклориада саралары сиктәрендә көн һайын иртәнге “Сәләм” тапшырыуында сит ил ҡунаҡтары менән Күсей ҡыҙҙары Гөлнара Байназарова һәм Ләйсән Абдуллина тәржемәсе булып сығыш яһаны. Ошонан һуң ата-әсәләрҙең дә, уҡыусыларҙың да сит телгә ҡарата иғтибары артты, ҡыҙыҡһыныуҙары көсәйҙе. Ауылдаштарының бер нисә телдә иркен аралашыуы бөтәбеҙҙә лә ғорурлыҡ хисе уятмай ҡалманы, – тине Гөлнара Әхмәт ҡыҙы.
Үҙ эшенең оҫталары
Башланғыс класс уҡытыусылары Нәркәс Үтәғолова менән Вәсилә Зәйнуллинаның уҡыу кабинеттары беренсе ҡатта йәнәшәлә урынлашҡан. Уҡытыусыларҙың икеһе лә бер юлы ике класҡа белем бирә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дәрестәре бик ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс үтә. Балаларға төплө белем биреүҙән тыш, уларҙың һәләттәрен асып, уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулайҙар, бер саранан да ситтә тороп ҡалмайҙар.
– Сирек быуатҡа яҡын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем. Һайлаған һөнәремә шул тиклем рәхмәтлемен, – тип йылмая тәжрибәле уҡытыусы Нәркәс Илдар ҡыҙы. – Балаларҙы яратам, шунһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Беҙҙең һөнәр, һәр баланың күңеленә юл табып, уның өсөн кәңәшсе, ярҙамсы булыуҙы ғына талап итмәй, шулай уҡ нескә психолог та булырға тура килә. Бәләкәстәрҙе хәреф танырға өйрәтеү, белем үренә әйҙәү ғәмәле еңелдән түгел. Кескәй балалар һинең күҙеңә генә ҡарап тора, һин улар өсөн уҡытыусы ғына түгел, тәрбиәсе лә, хатта икенсе әсәй ҙә, шуға күрә улар менән бик һаҡ эш итергә кәрәк, күңелдәрен ҡалдырып ҡуйыуҙан ҡурҡам, ҡайһы саҡта уларса “һөйләшергә”, “уйнарға” ла тура килә.
Белеүегеҙсә, хәҙер күпселек ауыл мәктәбендә башланғыс кластар ҡушылып уҡытыла, шунлыҡтан беҙҙең иңебеҙгә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәлде. Ике класта белем алған уҡыусылар тейешле программаны теүәл үтһен өсөн, бар талаптарҙы башҡарыу мотлаҡ. Күп осраҡта башланғыс класс уҡытыусыһына йырсы ла, яҙыусы ла, бейеүсе лә, тәрбиәсе лә булырға тура килә. Хәҙер йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа яңы инновациялы алымдар ҡулланабыҙ, заман технологияларын файҙаланып, дәрестәр үткәрәбеҙ. Һәр уҡыусыны шәхес булараҡ тәрбиәләү – төп бурысым.
Коллегаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, беҙҙең һөйләшеүгә Вәсилә Зәбир ҡыҙы ла ҡушылды.
– 2001 йылдан алып эшләйем, бер юлы мәктәп китапханаһы эшен дә алып барам. Уҡыусыларым менән төрлө республика һәм район конкурс-олимпиадаларында ҡатнашабыҙ. Яңы йылды ҙур уңыштар менән ҡаршыланыҡ: Асия Игебаева – “Аманат” журналы ойошторған “Еңеү еңел бирелмәне” конкурсында, Наҙгөл Зәйнуллина республикала үткәрелгән А. Игебаевтың ижадына арналған конкурста шиғыр яҙып призер булды. Үҙем дә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым. Эшемде, уҡыусыларымды яратам. Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Татыу һәм берҙәм коллективта эшләүем менән бәхетлемен. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ата-әсәләр менән эшләүе лә еңел. Тик күңелемде ҡырғаны – уҡытыусының ҡағыҙ эшенә күмелеүе, бөтмәҫ отчеттар... Шулай уҡ уҡыусыларҙы төрлө онлайн-конкурс-олимпиадала ҡатнаштырыуҙы аңлап етмәйем. Ваҡытты күп ала. Әлегә элекке ғәҙел комиссия ағзаларын һағынып иҫләргә генә ҡалды. Хәҙер бит бөтә нәмәне “лайыҡ” менән билдәләү модала, – ти Вәсилә Зәбир ҡыҙы.
Заман менән бергә атлаған педагогтар мәғариф өлкәһендәге һәр яңы үҙгәреште күҙәтеп бара, яңы технологияларҙы, уҡытыу алымдарын өйрәнә. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Нәркәс Илдар ҡыҙы ла, Вәсилә Зәбир ҡыҙы ла “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеләрендә ҡатнаша, республика буйынса төрлө конкурстарҙа уҡыусылары менән уңышлы сығыш яһай.
Геройҙың 100 йыллығы хөрмәтенә
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына быйыл 100 йыл тула. Герой исемен лайыҡлы йөрөткән мәктәп коллективы был сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн бөгөндән эш башлаған.
Уның тормошона һәм батырлығына арналған материалдар яңынан өйрәнелә, мәктәптәге стенд тулыландырыла, музейҙа уға бағышланған бүлмә лә яңыртыла, бюсы һәр саҡ тәртиптә тотола.
Уҡыусылар араһында “100 йыллыҡҡа – 100 бишле!” кеүек конкурс, Тәфтизан Миңлеғолов исемендәге призға спорт ярыштары һәм башҡа бихисап саралар үткәреү ҡарала. Иң мөһиме – ауылдаштары үҙҙәренең батыр улын онотмай, хөрмәтләй һәм һәр саҡ уның менән ғорурланып йәшәй. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.