Белем һәм тәрбиә
8 Февраль 2022, 13:30

Рәсәй фәне көнө менән!

Радий Хәбиров республиканың ғилми өлкәләге уңыштарын барланы һәм ғалимдарҙы байрам менән ҡотланы. 

Рәсәй фәне көнө менән!Рәсәй фәне көнө менән!
Рәсәй фәне көнө менән!

Бөгөн илдә Фән көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Ҡайһы саҡта хатта иң бәләкәй лабораторияларҙа ла бөйөк асыштың киләсәге тыуа. Тап гипотезанан, теориянан, тикшеренеүҙәрҙән, эксперименттарҙан һәм артабан ғәмәли тармаҡтарҙағы һөҙөмтәләрҙе һынауҙан күләмле техник прогресс башлана. Сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында, IT-секторҙа, медицинала, тәбиғәттән файҙаланыуҙа һәм социаль өлкәлә яңы технологиялар барлыҡҡа килә. Фән тормошобоҙҙоң бөтә аспекттарына ла үтеп инә.

Фәнде үҫтергән кешеләрҙең иртәгәге көнгә, уларҙың һәләте кәрәкле һәм файҙаланылыуына ышанысы булыуы бик мөһим. Был беҙҙең яуаплылыҡ зонаһы, шуға күрә республикала ғилми мөхитте һаҡлауға һәм үҫтереүгә комплекслы ҡарарға, уның мәғариф һәм бизнес менән бәйләнешен нығытырға тырышабыҙ.

Дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ, тип иҫәпләйем, һәм беҙҙең ғилми сәйәсәттәге төп проект – Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү.

Университеттарыбыҙ Рәсәй вуздарына “Өҫтөнлөк 2030” дәүләт ярҙамы программаһында еңеү яуланы, тип яҙғайным инде. Федераль аҡса ярҙамында Башҡортостанда генетика, материалдарҙы өйрәнеү, фотоника, нанотехнологиялар өлкәһендә алты йәштәр лабораторияһы барлыҡҡа килде. Беҙ яңы типтағы күп функциялы юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороуҙың әүҙем фазаһына индек.

Башҡортостан республикала карбон полигоны эшмәкәрлеге программаһын алдағы ике йылға уңышлы яҡланы. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусын төҙөй башлайбыҙ. 2022 йылда 200 йәш ғалим һәм аспирант сит илдә йәки Рәсәйҙең иң яҡшы ғилми-белем биреү ойошмаларында стажировка үтергә тейеш. Беҙ республиканың билдәле ғалимдары өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй башланыҡ. Был саралар Башҡортостандың ғилми өлкәһен артабан нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.

Бөгөн илдең ғилми йәмәғәтселеге, моғайын, бөтә һөнәри йүнәлештәр өсөн “фундаменталь” байрамдарҙың береһен – Рәсәй фәне көнөн билдәләйҙер. Мин барыһын да был байрам менән ҡотлайым һәм иртәгәһе көнгә ышаныс һәм яңы бейеклектәр теләйем.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас