

8 февралдән Башҡортостандың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса бушлай онлайн-консультациялар башланды. Уларҙы һынау тапшырыла торған фәндәр буйынса эксперт комиссияһы ағзалары үткәрә.
Өфө ҡалаһының 95-се белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары Федан Ғафаров билдәләүенсә, бындай консультациялар уҡыусылар өсөн дә, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла бик файҙалы.
“Имтихан – һәр уҡыусы өсөн етди һынау. Уның һөҙөмтәһенә йәш кешенең һайлаған уҡыу йортона инә алыу-алмауы бәйле. Мәктәпте тамамлағандарға, уҡытыусыларға, ата-әсәгә имтиханға әҙерлек ваҡытында килеп сыҡҡан ҡатмарлы һорауҙарҙы электрон почтаға ебәреп, эксперттарҙан яуап алыу мөмкинлеге тыуҙы”, - ти Федан Ғафаров.
БДИ буйынса онлайн-консультациялар 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесаҙна 15.00 - 17.00 сәғәттәрҙә, ә ТДИ буйынса 2 мартҡа ҡәҙәр һәр шаршамбы һәм йома 15.00-17.00 сәғәттәрҙә үтәсәк.
Һорауҙарҙы түбәндәге электрон почтаға ебәрергә мөмкин:
gia11@rcoi02.ru (ЕГЭ), gia9@rcoi02.ru (ОГЭ).
Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү материалдары, консультациялар уҙғарыу графигы һәм һылтанмалар “Башҡортостандың электрон мәғарифы” порталында урынлашҡан.
БДИ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/
ТДИ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/
Фото: “Башинформ”.