

Башҡортостанда, шул иҫәптән Балтас районында “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл мәктәптәрендә эш башлаусыларға һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған.
– 2020 йылда, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы нигеҙендә, районыбыҙға бер уҡытыусы килде, – тип һөйләй Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лилиә Хөсәйенова. – Шауъяҙы урта мәктәбендә Альина Наймушина ҡыҙ һәм егеттәргә инглиз теленең нескәлектәрен өйрәтә. Быйыл иһә Иҫке Балтас ауылы урта мәктәбе етәкселеге физика уҡытыусыһына заявка бирҙе.
Былтыр Балтас районының Уразай ауылы мәктәбендә лә инглиз теле уҡытыусыһы эш башлаған.
Булат Ғәлиханов Учалы ҡалаһындағы 2-се лицейҙы тамамлағас, Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетында белем ала. Ҡулына диплом алғас, Учалы районына эшкә ҡайта, ә инде күпмелер ваҡыттан һуң “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә.
– “Ауыл уҡытыусыһы” программаһына еңел генә эләгеү мөмкин түгел, ҙур конкурс аша үттем, – ти әңгәмәсем. – Һайлаған һөнәремде яратам. Дәрестәрем аҙнаһына – 24 сәғәт. VIII һәм IX класс уҡыусыларын өҫтәмә рәүештә немец теленә лә өйрәтәм, – ти Булат.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Балтас районы.