Белем һәм тәрбиә
16 Февраль 2022, 06:30

Мораҙым Таһир Күсимов стипендияһына лайыҡ булды

Йыл һайын иң яҡшы һәм алдынғы уҡыусыға Советтар Союзы Геройы исемендәге стипендия тапшырыла.

Мораҙым Таһир Күсимов стипендияһына лайыҡ булдыМораҙым Таһир Күсимов стипендияһына лайыҡ булды
Мораҙым Таһир Күсимов стипендияһына лайыҡ булды

Әбйәлил районының Асҡарҙағы белем усаҡтарының береһе Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың исемен йөрөтә. Ошо көндәрҙә гимназияла Таһир Кусимовтың тыуыуына 113 йыл тулыу айҡанлы бик матур сара үтте. Байрамда белем усағының иң яҡшы уҡыусылары, олимпиада еңеүселәре, спортсылар, әүҙем кластар бүләкләнде. Йыл һайын иң шәп уҡыу алдынғыһына Таһир Кусимов стипендияһы тапшырыла. Быйылғы уҡыу йылында Геройҙың улы Салауат Кусимов булдырған мәртәбәле премияға 9-сы “в” класы уҡыусыһы Мораҙым Ғайсин лайыҡ булды.

Мораҙым был баһаға төрлө предмет-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған өсөн лайыҡ тип табылды. Артабан да уңыштар һиңә, Мораҙым!

Фото: "Осҡон" гәзитенән.

Мораҙым Таһир Күсимов стипендияһына лайыҡ булды
Мораҙым Таһир Күсимов стипендияһына лайыҡ булды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас