Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2022, 08:15

Студент отрядтары үҙ асылына тоғро

2022 йылдың ноябрь айында Өфөлә Бөтә Рәсәй студент отрядтары слеты үтәсәк.

Студент отрядтары үҙ асылына тоғроСтудент отрядтары үҙ асылына тоғро
Студент отрядтары үҙ асылына тоғро

Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй студент отрядтары көнө билдәләнә. Ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе бергә туплаған ойошманың барлыҡҡа килеү тарихы уҙған быуаттың 70-80-се йылдарына барып тоташа. Ярты быуат элек барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн дә студент отрядтары үҙ асылына тоғро ҡала: ул йәштәрҙең шәхси һәм һөнәри сифаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Бер-береһенә ҡарата иғтибарлылыҡ, тәртип, яуаплылыҡ, эшһөйәрлек һәм иң мөһиме – маҡсат ҡуя белеү сифаттарына эйә булырға ярҙам иткән төҙөлөш отрядтарында хеҙмәт сынығыуы алған студенттарға диплом алғас та хеҙмәт баҙарында тиҙерәк эш табыу мөмкинлеге арта. Студент отрядында хеҙмәт итеүҙең тағы бер әһәмиәтле яғы бар – аҡса табыу. 2021 йылдың өсөнсө семестрында Башҡортостандың студент отрядында эшләгән йәштәргә 35 миллиондан ашыу аҡса түләнгән.

Рәсәйҙә студент отрядтары "Рәсәй Студент Отрядтары" (РСО) йәштәр йәмәғәт ойошмаһына берләшкән, уның сафтарында 74 төбәктән 240 мең ҡыҙ һәм егет инә. 2015 йылдан бындай ойошма Башҡортостанда ла барлыҡҡа килде. Бөгөн республикала 79 студент отряды бар, унда төрлө уҡыу йорттарынан 3 582 студент иҫәпләнә.

Был ойошмаларҙың эшмәкәрлеге бик киң һәм дәүләт ярҙамы менән нығытылған. Бында төҙөлөш, медицина, ауыл хужалығы, педагогия, шулай уҡ сервис өлкәһендә, оҙатыусылар, ирекмәндәр йүнәлештәре ҡаралған. Мәҫәлән, медицина отрядындағы йәштәр табиптарға коронавирус сире менән алышырға бар яҡлап ярҙам күрһәтһә, буласаҡ механизаторҙар урып-йыйыу миҙгелендә аграрийҙарға ярҙамға үҙ өлөшөн индерә. Хатта студенттар араһында республика Башлығынан өр-яңы автомобиль асҡысы алғандар булды. Былтыр Башҡортостандың студент отрядтары "Рәсәй Студент Отрядтары" араһындағы рейтингта 25-се урынды яулаған.

"Рәсәй Студент Отрядтары" йәштәр йәмәғәт ойошмаһының төбәк рәйесе урынбаҫары Элина Саматова белдереүенсә, студенттар тик йәйге производство практикаһы осоронда ғына эшкә урынлашмай, ә теләгән ваҡытта ла сыға ала. Бының өсөн социаль селтәрҙә 2017 йылдан алып ваканциялар эҙләү маҡсатында "Студент", "Диспетчер" проекттары эшләй. Бында промоутерҙар, көндәлек, клининг хеҙмәте күрһәтеү өсөн эшселәр талап ителә. Шулай уҡ йәштәргә "Игроняни" һәм "Мастер "ОК" үҙәктәре аша тәрбиәсе ярҙамсыһы, дизайнер һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эш табыу мөмкинлеге бар.

Пандемия бар донъяға үҙ эҙемтәләрен килтереүгә ҡарамаҫтан, республикала студент отрядтары үҫешә. 2022 йылдың ноябрь айында Өфөлә Бөтә Рәсәй студент отрядтарының слеты үтәсәк, был тәҡдимде йәштәр ойошмаларының лидерҙары менән осрашҡан ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров хуплаған.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас