Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2022, 13:45

Якутов паркында - студенттар байрамы

Студент һәр ерҙә – уҡыуҙа ла, төҙөлөш отрядтарында ла, башҡа сараларҙа ла – гелән дәртле, шаян, сос, шәп булып ҡала.

Якутов паркында - студенттар байрамыЯкутов паркында - студенттар байрамы
Якутов паркында - студенттар байрамы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән илебеҙҙә студент отрядтары көнө 2016 йылдан алып 17 февралдә билдәләнә.

Бөгөн, байрам көнөндә, Өфөнөң И. Якутов исемендәге паркында йәштәр өсөн матур байрам бара. Ҡыҙҙар һәм егеттәр әле мөғжизәле катокта рәхәтләнеп конькиҙа шыуа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Боҙ майҙансығында күңелле старттар, боҙҙа фотокросс – барыһы ла ифрат күңелле бара. Иң яҡшы костюмға бүләктәр ҙә ҡаралған.

Байрам "Юдоль" төркөмөнөң йыр-моңо, студент отрядтарының төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәре тураһындағы иҫтәлектәре, өҫтәл уйындары менән сиратлап барҙы. Теләгәндәргә тәмлекәстәр менән йылы сәй һәм кофе тәҡдим ителде.

Иң мөһиме - студент һәр ерҙә – уҡыуҙа ла, төҙөлөш отрядтарында ла, башҡа сараларҙа ла – гелән дәртле, шаян, сос, шәп булып ҡала.

Фото: "Башҡортостан студент отрядтары" сайты.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас