Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2022, 15:45

Бурыс – эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырыу

Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының тәүге ултырышы булды.

Бурыс – эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырыуБурыс – эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырыу
Бурыс – эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырыу

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, төбәктәге колледждар директорҙары ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала 96 колледж һәм 41 филиал эшләй, уларҙа 104 мең кеше уҡый. 136 йүнәлеш һәм 80 эшсе һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләнә.

Ултырышта республика Башлығы квалификациялы эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен күтәрҙе, шул уҡ ваҡытта урта һөнәри белемгә ихтыяждың артыуын, йәштәрҙең колледждарға өҫтөнлөк биреүен билдәләне.

– Ошо күренеште нығытырға, эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырырға, лайыҡлы хеҙмәт шарттары, хеҙмәт хаҡы тәьмин ителгән юғары етештереүсәнле заманса эш урындары булдырырға кәрәк. Әлбиттә, колледждарҙа ла яҡшы шарттар тыуҙырыу зарур, – тине Радий Хәбиров.

Ул урта һөнәри белем биреү системаһы әһәмиәтенең федераль кимәлдә лә артыуын, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошо өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүен, “Мәғариф” милли проектына ярашлы колледждарға ҙур ярҙам күрһәтелеүен билдәләне.

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү пландары менән уртаҡлашты. Улар иҫәбенә колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыу, уларҙы алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырыу (2030 йылға тиклем ошо маҡсатҡа дүрт миллиард һум – йыл һайын 500 миллион һум – йүнәлтеү ҡарала), Башҡортостан Башлығы стипендияларын алыусылар һанын 107-нән 150-гә тиклем арттырыу (уларға айлыҡ түләү 2300 һумдан 4900 һумға тиклем үҫә), иң яҡшы уҡытыусыларға һәм мастерҙарға (йыл һайын 10 кешегә – 600-әр мең һумлыҡ грант), йәнә колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыуға (йыл һайын биш еңеүсегә – республика бюджетынан 30-ар миллион һум) грант бүлеү инә.

Төбәк етәксеһе тағы ла бер мөһим мәсьәләне телгә алды.

– Ҡасандыр колледждарыбыҙҙың бер нисә филиалын ҡыҫҡартырға тура килгәйне. Был мәсьәләне “Сәләмәтлек сәғәте”ндә ҡараныҡ һәм яҡын арала биш филиал асырға ҡарар иттек, – тине ул.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Совет ултырышында Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә Башҡортостанда планлаштырылған саралар тураһында һөйләне. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова парламенттағы мәғариф комитетында урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү буйынса эш төркөмө төҙөлөүе хаҡында белдерҙе.

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова төбәктәге хеҙмәт баҙары ихтыяждарына ярашлы квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса стратегик бурыстар тураһында сығыш яһаны.

Башҡортостан Башлығы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә эшсе һөнәрҙәрҙе танытыу, уларҙың абруйын күтәреү буйынса медиаплан әҙерләргә ҡушты.

– Беҙ белеме, оҫталығы бер нисә йылдан хеҙмәт баҙарында бик кәрәк буласаҡ белгестәр әҙерләүгә иғтибарҙы йүнәлтергә тейешбеҙ, – тине ул.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республика предприятиеларындағы демографик тенденциялар, ә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан иҡтисадын кадрҙар менән тәьмин итеү перспективаһы хаҡында хәбәр итте.

Колледждарҙың етәкселәре ултырышта һөнәри белем биреү учреждениелары һәм эш биреүселәр араһындағы уңышлы хеҙмәттәшлек тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров, Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышы йылына ике тапҡыр үткәрелә, тип белдерҙе. Сираттағы осрашыуҙы ул көҙ республика колледждарының береһендә ойошторорға тәҡдим итте. Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы колледж директорҙарына һәм уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150130.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150130.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас