Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2022, 17:15

Мәктәп башланғыстары юл яра

Башҡортостанда ғилми-белем биреү үҙәгенең мәктәп уҡыусылары башланғысына нигеҙләнгән проекты тормошҡа ашырыла.

Мәктәп башланғыстары юл яраМәктәп башланғыстары юл яра
Мәктәп башланғыстары юл яра

Башҡортостанда ғилми-белем биреү үҙәгенең мәктәп уҡыусылары башланғысына нигеҙләнгән проекты тормошҡа ашырыла.

Бөгөн Борай ауылының 3-сө мәктәбендә мәктәп башланғысы проектын һайлап алыу буйынса финал тауыш биреүе булды, артабан ул уҡыусылар башланғысына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау менән тормошҡа ашырыласаҡ проекттар конкурсында ҡатнашасаҡ.

Был эш Башҡортостан Башлығының 2021 йылдың 3 сентябрендәге “Мәктәп уҡыусылары башланғысына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу һәм Башҡортостандың муниципаль берекмәләрендә универсарий алды селтәрен үҫтереү тураһында”ғы Указына ярашлы башҡарыла.

Был проекттар конкурсына әҙерлек барышында Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов менән “УК НОЦ РБ” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Ирина Буренина  Борайҙағы 3-сө мәктәптә булды.

“Мәктәп уҡыусыларының башланғысы – республикалағы инициативалы бюджетлау программаһының яңы ғәмәле, ул 2016 йылдан алып барыла. Маҡсаты ябай: республика ҡала-райондары уҡыусыларына үҙ мәктәптәрендә кәрәкле һәм заманса биләмә булдыра, үҙ төбәге сығымдарын шулай итеп бүлгеләүҙә ҡатнаша алыуҙарын күрһәтеү”, – тине Руслан Ҡазыханов.

Быйыл конкурста Әлшәй, Бәләбәй, Белорет, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлебаш, Туймазы, Өфө, Учалы, Шишмә райондары, Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары уҡыусылары ҡатнаша.

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас