Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2022, 18:00

Милләттәштәребеҙ менән ниндәй һөйләшеү көтөлә?

Свердловск, Силәбе өлкәләрендә Халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үтә.

Милләттәштәребеҙ менән ниндәй һөйләшеү көтөлә?Милләттәштәребеҙ менән ниндәй һөйләшеү көтөлә?
Милләттәштәребеҙ менән ниндәй һөйләшеү көтөлә?

Свердловск, Силәбе өлкәләрендә Халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үтә.

18-19 февралдә улар Екатеринбургтың 167-се һәм Юғары Пышмалағы Б.С. Суворова исемендәге 1-се мәктәптәрҙә уҙҙы.

Сара барышында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаттары педагогтары балалар өсөн милли музыкаль ҡоралдарҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Гөлсөм Дилмөхәмәтова урындағы педагогтарҙы башҡорт телен өйрәнеү буйынса интерактив проекттар менән таныштырҙы.

20 февралдә ошондай уҡ саралар Силәбе өлкәһенең Верхний Уфалей һәм Нязепетровск ҡалаларында планлаштырылған. Икенсеһендә шулай уҡ урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыу мәсьәләһе, уның эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшеү буласаҡ.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Милләттәштәребеҙ менән ниндәй һөйләшеү көтөлә?
Милләттәштәребеҙ менән ниндәй һөйләшеү көтөлә?
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас