Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Февраль 2022, 13:30

БДУ ҙур олимпиаданы ойоштороуҙа ҡатнаша

Төньяҡ-көнсығыш олимпиаданың йомғаҡлау өлөшө БДУ-ла 2 мартта үткәрелә.

БДУ ҙур олимпиаданы ойоштороуҙа ҡатнаша
БДУ ҙур олимпиаданы ойоштороуҙа ҡатнаша

Башҡортостандағы юғары мәктәп тәүләп Ҡазан федераль университеты, Төньяҡ (Арктик) федераль университет, Себер федераль университеты, Төньяҡ-көнсығыш федераль университет, Чечен дәүләт педагогия университеты менән бер рәттән әлеге олимпиаданы ойоштороуҙа ҡатнаша.

Олимпиаданың филология буйынса һынауҙары башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле, эвенк теле һәм әҙәбиәте, ненец теле һәм әҙәбиәте, чечен теле, юкагир теле һәм әҙәбиәте, яҡут теле һәм әҙәбиәтенән барасаҡ.

БДУ уҡытыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙарын әҙерләгән. Беренсе этапта 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан, йомғаҡлау этабына 107-һе үткән.

"БДУ бындай кимәлдәге сара майҙаны булараҡ беренсегә ҡатнаша, – ти башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина. – 2022 йылда Рәсәйҙә БМО-ның Генассамблеяһы иғлан иткән Аҫаба халыҡтар телдәренең халыҡ-ара ун йыллығы башлана. Шуға ла дистанцияла үткәрелгән олимпиаданың беренсе турында ҡатнашыусыларҙың күп булғаны һөйөндөрҙө".

Төньяҡ-көнсығыш олимпиаданың йомғаҡлау өлөшө БДУ-ла 2 мартта үткәрелә. Уның еңеүселәре, призерҙары Рәсәй юғары уҡыу йорттарының профилле йүнәлештәренә имтиханһыҙ үтә ала йә БДИ-нан 100 балл йыйғандарға тиңләштерелә (уның һөҙөмтәһе 75 баллдан кәм булмаҫҡа тейеш).

Фото: БДУ сайты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: