Подрядсы ғәйебе менән Иҫке Сибайҙа мәктәп төҙөү эше бик һүлпән бара ине. Хәҙер хәл үҙгәрҙе.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тендерҙа еңеп тә, ниндәйҙер сәбәптәргә һылтанып, эште башҡармаған төҙөлөш ойошмалары бар, – тип билдәләне А. Назаров. – Был осраҡта подрядсы алдына ҡуйылған бурысты үтәй алманы, шуға ла контракт өҙөлдө, ә ойошма намыҫһыҙ подрядсылар исемлегенә индерелде".
Премьер-министр Иҫке Сибай халҡының ризаһыҙлығы ғәҙел тип билдәләне – объект вәғәҙә ителгән ваҡытҡа тапшырылманы.
"Дәғүәләр менән ризабыҙ, - тине А. Назаров. - Яңы подрядсы менән эш күләмен билдәләнек, республика Хөкүмәтенән өҫтәмә ярҙам кәрәккән йүнәлештәрҙе асыҡланыҡ. Яңы аҙна башынан төҙөүселәр һанын арттырабыҙ. Бурыс ҡуйылды, халыҡҡа иғлан ителде: мәктәп яңы уҡыу йылына төҙөлөп бөтәсәк".
Премьер-министр, төҙөлөштө контролдә тотоу - Хөкүмәттең бурысы, тип билдәләне. Киләһе сәфәр 11 мартҡа тәғәйенләнгән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.