Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеүгә арналған парламент тыңлауҙары үтәсәк. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тыңлауҙарҙы әҙерләү буйынса эш төркөмө төҙөү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уны вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина етәкләй.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыусыларҙың балалар үҫешенә арнарлыҡ күпселек ваҡыты бюрократияға: отчеттарға һәм төрлө ҡағыҙҙар тултырыуға китә, – тине Константин Толкачев. – Һөҙөмтәлә мәктәп эшмәкәрлегенә “юғарынан” контроль ысынында иһә бөтмәҫ отчеттар рәүешендәге үҙконтролгә әүерелә. Уҡытыусылар чиновник һәм методист бурыстарын үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр. Ҡайһы саҡта уларға юғарынан балалар өсөн “һорауламалар”ҙы төшөрәләр. Улар ата-әсәләрҙә аңламау тойғоһо, ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта йыйылған мәғлүмәттәрҙең дөйөмләштерелеүе һәм файҙаланыу-файҙаланылмауы, ғөмүмән, был мәғлүмәттәрҙең кем тарафынан эшкәртелеүе лә аңлашылып етмәй. Педагогтар үҙҙәренең тәғәйен бурыстары менән шөғөлләнергә тейеш, ә артыҡ ҡағыҙ эшенән уларҙы бушатырға кәрәк. Отчет документтары реестрын ҡайтанан ҡарау, артыҡ һәм иҫкергән формаларҙан ҡотолоу зарур.
Парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар уҡытыусыларҙы төп эшмәкәрлегенән айырған факторҙарҙы асыҡлап, уларҙың йоғонтоһон кәметеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.
– Парламент тыңлауҙары апрелгә тәғәйенләнде, – тине Константин Толкачев. – Әҙерлек эштәре барышында беҙгә хәлгә һәр яҡлап анализ яһарға тура киләсәк. Бының өсөн социологик һорауламалар, эксперттар берләшмәһе менән “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу, норматив хоҡуҡ базаһын анализлау, хәлде тулыһынса асыҡлау өсөн башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Фото: bashinform.ru/news/social