Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Февраль 2022, 20:00

Археология ҡомартҡылары тураһында - лекторийҙа

Тәтешле еренең 100-ҙән ашыу уҡыусыһы тыуған төбәгенең археология ҡомартҡылары тураһында махсус лекторийҙа белә.

Археология ҡомартҡылары тураһында - лекторийҙа
Археология ҡомартҡылары тураһында - лекторийҙа

Тәтешле районында, "Үткәндәрҙе өйрәнеп, киләсәкте формалаштырам" проектына ярашлы, мәктәп уҡыусылары өсөн лекторий эшләй башлауы көтөлә. Ул археологияға арнала.

Ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыуға булышлыҡ иткән "Археостан" ойошмаһы. Ул 2022 йылға президент гранттарын алыуға үткәрелгән беренсе конкурстың еңеүселәре иҫәбенә ингән. 

Проект менән райондың "Мәғариф сәғәте"ндә таныштырғандар. Уның бурысарының береһе - уҡыусыларҙы археология эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, фәнни-тикшеренеү эштәрен үткәреү буйынса һабаҡ биреү. Проект үҙ эсенә райондың 14 мәктәбе уҡыусыларына тәғәйенләнгән теоретик бүлекте, шулай уҡ практиканы ала. Уның барышында уҡыусылар райондағы археология ҡомартҡыларын барып күрә, хатта археологик тикшеренеүҙәрҙә, разведкаларҙа ҡатнаша ала.

Тәрбиәселәр - Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының археологтары. Лекторий апрель уртаһында башлана. Әле ойоштороусылар лекция материалдарын әҙерләү менән мәшғүл. Курс май айында тамамланып, унан аҙаҡ, июнь - август айҙарында, балалар практик дәрестәрҙә ҡатнаша ала.

1 сентябрҙә 5 - 8-се кластар араһында Төньяҡ Башҡортостандың археологияһына арналған видеороликтарға конкурс иғлан ителә, ә өлкән кластар ошо уҡ темаға ижади эштәрен күрһәтәсәк.

Еңеүселәрҙе ойоштороусылар приздар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләй. Артабан археология менән шөғөлләнергә теләгән уҡыусыларға ярҙамға интернет-ресурс асыу ҡарала, унда ҡаҙыу эштәрендә ҡатнашыу ихтималлығы буйынса мәғлүмәт буласаҡ. 

Проектта Тәтешле районында йәшәгән һәр уҡыусы ҡатнаша ала. Был хаҡта тарих уҡытыусыһына хәбәр итергә генә кәрәк.

Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/432951/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: