Аҡъярҙа аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән булған балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн бушлай курстар үткәреләсәк.
Уларҙы “Эврика” үҫтереү һәм социалләштереү үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы ойошторасаҡ.
Уҡытыуҙың беренсе ағымы 1 марттан 30 авгусҡа тиклем уҙһа, икенсеһе 1 октябрҙән 2023 йылдың 31 мартына ҡәҙәр дауам итәсәк.
Президент гранттары фонды булышлыҡ иткән "Пятерки в школе. Подготовка к школе" проектына ярашлы, 2022 йылдың беренсе конкурсы һөҙөмтәләре нигеҙендә Хәйбулла районынан аҙ тәьмин ителгән ишле һәм ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙән булған 64 бала бушлай дәрестәр аласаҡ.
Проект тәүге белем нигеҙҙәрен биреүҙе, уҡырға, яҙырға, математикаға өйрәтеүҙе, шулай уҡ баланың хәтерен, логикаһын, образлы уйлау ҡеүәһен, иғтибарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Юғары квалификациялы ике педагог аҙнаһына ике тапҡыр дәрестәр уҙғарасаҡ. Программала һөйләшеүҙе коррекциялау буйынса логопед һабаҡтары ла ҡаралған.
“Эврика” үҙәге 2019 йылда асыла. Йыл һайын һикһәнгә яҡын бала унда “Мәктәпкә әҙерлек” курстары үтә.
“Ата-әсәләрҙән тик яҡшы баһа ишетәбеҙ. Уҡытыусылар балаларҙың мәктәпкә әҙерлек менән килеүен билдәләй. Беҙҙә курстар үткәндәр башҡаларҙан айырылып тора, социаль адаптация үтеп сығалар”, - ти проект етәксеһе Әнисә Данилова.
Әлеге ваҡытта курстарҙы башлау өсөн әҙерлек бара. Проекттан килгән аҡсаға проектор, компьютер, методик әсбаптар, канцелярия тауарҙары һатып алынасаҡ, команда ағзаларына эш хаҡы түләнәсәк.
Ентекле мәғлүмәтте 8 927 951 81 55 телефоны аша белергә мөмкин.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.