Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Февраль 2022, 23:00

"Ағиҙел” олимпиадаһының еңеүселәре билдәле

"Телдәрҙе күберәк белгән һайын, башҡа халыҡтарҙың йәшәйешен, мәҙәниәтен тәрәнерәк аңлайбыҙ, шуның арҡылы көслөрәк, аҡыллыраҡ, татыуыраҡ була барабыҙ".

Баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр уҡыусыларҙың "Ағиҙел" республика полилингваль олимпиадаһы үтте. Уны Мәғариф һәм фән министрлығы менән күп профилле полилингваль мәктәптәр булышлығында 1-се республика күп профилле полилингваль гимназияһы ойошторҙо.

Олимпиаданың маҡсаты - бер нисә тел белгән балаларҙы асыҡлау, уларҙың талантына асылырға ярҙам итеү, сит телдәрҙе генә түгел, туған телде яҡшы белергә ынтылыш уятыу, мәҙәниәт-ара аралашыуҙы үҫтереү.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин, "Ағиҙел" полилингваль олимпиадаһы төбәктә йәшәгән бар халыҡтарҙы берләштергән майҙанға әүерелергә тейеш, тип билдәләй. "Телдәрҙе күберәк белгән һайын, башҡа халыҡтарҙың йәшәйешен, мәҙәниәтен тәрәнерәк аңлайбыҙ, шуның арҡылы көслөрәк, аҡыллыраҡ, татыуыраҡ була барабыҙ", - тине Азат Рафаил улы еңеүселәрҙе тәбрикләү һүҙендә.

Олимпиаданың беренсе, һайлап алыу турында 5 - 11-се кластарҙа белем алып йөрөгән 2911 уҡыусы ҡатнашҡан. Икенсе, йомғаҡлау өлөшөндә беренсеһенең еңеүселәре ток-шоу тәртибендә үткәрелгән белем проектында ҡатнашҡан. 91 уҡыусы командаларға бүленгән һәм Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенә бағышланған проект әҙерләп, уны яҡлаған.

Мәртәбәле белем ярышының еңеүселәре - Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Иршат Дауытов һәм 1-се республика күп профилле полилингваль гимназияһынан Анастасия Цветкова. Улар Сочи ҡалаһындағы күп телдәр өйрәнеү лагерына юлламалар менән бүләкләнгән.

Бынан тыш, 20 уҡыусы призерҙар иҫәбенә ингән, уларға МГИМО-ның инглиз теле курстарына, тарихи Өфө буйлап сәйәхәткә сертификаттар һәм планшеттар тапшырылған. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.

Читайте нас: