Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2022” конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды.
Был бәйге 25-се тапҡыр ойошторолоуы менән дә иҫтәлекле булды. Ә инде уға ярашлы булдырылған “Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Педагог-оҫта”, “Педагог-тикшереүсе” ҡала конкурстары 18-се мәртәбә уҙғарылды.
Мәртәбәле сара заман уҡытыусыһының бәҫен күтәреү, уның тынғыһыҙ хеҙмәтен баһалау, алдынғы педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыуға мөмкинлектәр асыу маҡсатын күҙ уңында тота.
Быйылғы ҡала бәйгеләрендә 40 педагог – “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2022”, ун уҡытыусы – “Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, 30-ы “Йөрәгемде балаларға бирәм” конкурстарында үҙ көсөн һынап ҡараны. Шулай уҡ быйыл тәүге тапҡыр “Йыл класс етәксеһе” тигән номинация булдырылып, унда 13 педагог ҡатнашты.
Конкурсанттарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев тәбрикләне.
- Бөгөнгө матур сараның яҙҙың тәүге көнөндә үтеүе үҙе үк ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә. Яҙ – ул күтәренкелек, яңырыу мәле. Был конкурста ҡатнашҡан һәр педагог – ул еңеүсе, сөнки бик мөһим бурысты башҡара: балаларыбыҙҙы оло тормош юлына әҙерләй, - тип билдәләне Ратмир Рәфил улы.
Шулай итеп, “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2022” исеменә баш ҡаланыңъ 39-сы гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Вера Игоревна Серавкина лайыҡ булды. Ә инде “Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” булып 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов танылды.
- Еңеүем өсөн ифрат шатмын. Миңә ышаныс белдергән коллективыма, ярҙам иткән яҡындарыма ҙур рәхмәтлемен. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан ҡатнашыусылар күп булмаһа ла, конкурс бик етди шарттарҙа үтте, үҙем өсөн ҙур һынау булды, - тип билдәләне Мирас Рәшит улы. Ул үҙе сығышы менән – Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан. “Эшемде яратам, балалар менән аралашыу оҡшай”, - тине йәш педагог.
Шундай мәртәбәле конкурста үҙен һынап ҡараған, еңеү яулаған уҡытыусыларҙың бараһын да ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған, тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәтегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.