Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Март 2022, 08:47

Киләсәктең матур кешеһен тап улар тәрбиәләй!

Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде.

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Өфөлә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2022” конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Был бәйге быйыл 25-се тапҡыр ойошторолоуы менән дә иҫтәлекле булды. Ә инде уға ярашлы булдырылған “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Педагог-оҫта”, “Педагог-тикшереүсе” ҡала конкурстары 18-се тапҡыр ойошторолдо.

Мәртәбәле сара заман уҡытыусыһының бәҫен күтәреү, уның тынғыһыҙ хеҙмәтен баһалау, алдынғы педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыуға мөмкинлектәр асыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Быйылғы ҡала бәйгеләрендә 40 педагог – “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2022”, ун уҡытыусы – “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, 30-ы  “Йөрәгемде балаларға бирәм” конкурстарында үҙ көсөн һынап ҡараны. Шулай уҡ быйыл тәүге тапҡыр “Йыл класс етәксеһе” тигән номинация булдырылып, унда 13 педагог ҡатнашты.

Конкурсанттарҙы һәм сарала ҡатна­шыусыларҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡа­рыусы Ратмир Мәүлиев тәбрикләне.

– Бөгөнгө матур сараның яҙҙың тәүге көнөндә үтеүе үҙе үк ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә. Яҙ – ул күтә­ренкелек, яңырыу мәле. Был конкурста ҡатнашҡан һәр педагог – ул еңеүсе, сөнки бик мөһим бурысты башҡара: балаларыбыҙҙы оло тормош юлына әҙерләй, – тип билдәләне Ратмир Рәфил улы.

Шулай итеп, “Башҡортостандың баш ҡа­лаһы йыл уҡытыусыһы-2022” исеменә баш ҡаланың 39-сы гим­назия­һының инглиз теле уҡытыусыһы Вера Игоревна Серавкина лайыҡ булды. “Ҡалабыҙға һеҙҙең кеүек үҙ эшен яратҡан, маҡсатлы уҡытыусылар бик кәрәк. Һеҙ шәхсән өлгөгөҙ менән йәш­тәрҙә уңышҡа ынтылыш тәрбиә­ләй­һе­геҙ”, – тине еңеүсегә диплом тапшырыу барышында ҡала хакимиәте вазифа­һын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев.

Ә инде “Башҡортостандың баш ҡала­һы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” булып 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов танылды. Уны ошо кон­курстың баһалама рәйесе – “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов тәбрик­ләне.

– Был еңеү өсөн, әлбиттә, шатмын. Миңә ышаныс белдергән коллективыма, ярҙам иткән яҡындарыма ҙур рәх­мәтлемен. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан ҡатнашыусылар һаны күп булмаһа ла, конкурс бик етди шарттарҙа үтте, үҙем өсөн ҙур һынау булды, – тип билдәләне Мирас Рәшит улы. Ул үҙе сығышы менән – Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан. “Эшемде яратам, балалар менән аралашыу оҡшай”, – тине йәш педагог.

Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса баш ҡаланың иң лайыҡлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары булып танылған еңеүселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла үҙ бүләген әҙерләгән ине. “Уҡытыусы кешенең офоҡтарын аса, яңы үрҙәргә күтәрелергә мөмкинлек бирә. Бөгөн туған телдә бирелгән белем айырыуса әһәмиәтле. Бер кемгә лә сер түгел: ҡала мөхитендә үҫкән балалар күп осраҡта башлыса уҡытыусы менән рухи тамырҙары тоташҡан донъяның киңлеген өйрәнә. Милләтебеҙҙең, Ватаныбыҙҙың көслө шәхестәре уҡытыусы тәрбиәһе менән булдырыла. Ихлас хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!” – тине үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Башҡа номинацияларҙа 27-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Люциә Марат ҡыҙы Вәхитова, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының рус теле уҡытыусыһы Эльмира Ғабдрахман ҡыҙы Тазиева, 112-се мәктәптән Анастасия Вячеславовна Ногина, класс етәкселәре булараҡ 113-сө мәктәптән Елена Евгеньевна Сәмиғуллина һәм 161-се лицейҙан Рина Рушан ҡыҙы Ахунова, В.М. Комаров исемендәге балалар ижады һарайы педагогы Юлия Викторовна Долгополова еңеү яуланы.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитов еңеүселәр араһынан В.И. Серавкина менән Л.М. Вәхитоваға уҡыу йорто тарафынан булдырылған мәртәбәле награданы – В.А. Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалын тапшырҙы. Өфө ҡала хакимиәте менән берлектә конкурсты ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитеты тарафынан булды­рылған бүләктәр ҙә үҙ эйәләрен тапты. Ойошма рәйесе Рәил Роберт улы Ғәзизов, еңеүселәрҙе тәбрикләп: “Уҡытыусылыҡ – хеҙмәт кенә түгел, ә гражданлыҡ бурысы ла ул”, – тип билдәләне.

Шундай мәртәбәле конкурста үҙен һынап ҡараған, еңеү яулаған уҡытыусыларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған, тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәтегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас: