Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Март 2022, 22:30

"Ауыр осорҙа бергә булырға тейешбеҙ"

Башҡортостандың Ректорҙар советы уҡытыусыларға, студенттарға нимә тип мөрәжәғәт итте?

"Ауыр осорҙа бергә булырға тейешбеҙ"
"Ауыр осорҙа бергә булырға тейешбеҙ"

Башҡортостандың Ректорҙар советы Рәсәй ректорҙар союзының Украиналағы хәлгә ҡағылышлы мөрәжәғәтенә аңлатма бирҙе. Мәғлүм булыуынса, унда юғары мәктәп вәкилдәре ил етәкселегенең Донбастағы бәхәсте яйға һалыу буйынса ғәмәлдәрен хуплап сыҡты.

“Университеттар һәр саҡ дәүләттең таянысы булды. Беҙҙең өҫтөнлөклө маҡсатыбыҙ – Рәсәйгә хеҙмәт итеү һәм уның интеллектуаль ҡеүәтен арттырыу. Әле беҙ иҡтисади һәм мәғлүмәти һөжүм шарттарында һис ҡасан да булмағанса ышаныс, ныҡлыҡ күрһәтергә, йәштәрҙә оптимистик рухты һәм аҡыл көсөнә ышанысты нығытыу йәһәтенән өлгө күрһәтеп, тиҙ арала тыныслыҡтың тантана итеүенә өмөт уятып, Президентыбыҙ тирәләй тупланырға тейешбеҙ”, – тиелә мөрәжәғәттә.

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы Президиумы ағзалары коллегаларының мөрәжәғәте аҫтына ҡул ҡуйҙы һәм бөтә уҡытыусыларҙы, студенттарҙы үҙ иленең патриоты булып ҡалырға саҡырҙы.

“Бөгөнгө ваҡиғалар берәүҙе лә битараф ҡалдыра алмай. Тап ошондай ябай булмаған ваҡытта беҙ берләшергә, тыуған илебеҙҙе яҡлауға йүнәлтелгән сараларҙың барыһын да хуплап сығырға, Президентыбыҙҙы яҡларға, бер-беребеҙгә булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Юғары уҡыу йорттарының төп бурысы – илебеҙҙең киләсәген, иртәгәһе көнөбөҙҙө төҙөгән егет-ҡыҙҙарҙы әҙерләү. Был киләсәк көслө һәм бойондороҡһоҙ Рәсәйгә бәйле. Санкцияларға, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, беҙ был бурысты атҡарып сығырбыҙ”, – тине республика юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

“Хөрмәтле коллегалар! Ҡәҙерле уҡытыусылар һәм студенттар!

Бөгөн барыбыҙ өсөн, бөтә илебеҙ өсөн ҡатмарлы осор башланды. Беҙ халҡыбыҙ, Президентыбыҙ менән тупланырға, бергә булырға тейешбеҙ.

Ғәмәлдәге ваҡиғаларҙың айыҡ фекер йөрөткән кешеләрҙе борсомауы мөмкин түгел. Ошондай тыныс булмаған осорҙа беҙ бөтөн – милли мәнфәғәттәрҙе яҡлаған ил булырға тейешбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең мөрәжәғәттәрендә Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән ауыр, ләкин мәжбүри ҡарар ҡабул итеүе сәбәптәрен ентекле һәм аныҡ аңлатты. Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы илебеҙ Президентының ошо ҡарарын хуплай.

Рәсәй бер ваҡытта ла һуғыш башламаны. Ләкин суверенитетҡа һәм халҡыбыҙҙың азатлығына һәр төрлө хаслыҡ осраҡтары дошмандарыбыҙ өсөн бөлгөнлөк менән тамамланды. Халҡыбыҙ тыныслыҡ ярата, уға ситтәрҙең байлығы ла, сит ерҙәр ҙә кәрәкмәй. Әммә берәү ҙә һис ҡасан да беҙҙең Ватанға һөйөү кеүек күп быуатлыҡ ҡиммәтебеҙгә хәүеф менән янай алмай!

Республикабыҙ юғары уҡыу йорттары берләшмәһе үҙенсәлекле туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ шарттары, төрлө фекерҙәргә, ҡараштарға ихтирамлы мөнәсәбәте, иң ҡатмарлы мәсьәләләр буйынса интеллектуаль дискуссиялары, юғары корпоратив мәҙәниәте менән һәр саҡ дан ҡаҙанды. Хәҙер беҙгә тағы ла нығыраҡ тупланырға, ҡарашыбыҙҙа берҙәм булырға, хис-тойғоға һәм ялған мәғлүмәткә түгел, ә объектив ысынбарлыҡҡа таянырға кәрәк. Айыҡ аҡыл, тарихи ғәҙеллек һәм Рәсәйҙең киләсәге өсөн яуаплылыҡ – бөгөн тап ошоларға таянып эш итергә тейешбеҙ.

Башҡортостан университеттары алдында бик күп бурыстар тора. Шуларҙың иң мөһимдәре – фәнде, технологияларҙы үҫтереү, кәрәкле, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү. Һәм беҙ милләтселек режимын яҡлаған, оҙаҡ йылдар инде Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла сыҙай алмаҫлыҡ ауыр тормошҡа дусар иткән көнбайыш илдәренең нигеҙһеҙ санкциялар сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, был бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ.

Юғары уҡыу йорттарының ректораттары һәм хакимиәттәре ошо ауыр хәлдән тиҙ арала сығыу өсөн һәр кемде тыныс ижади хеҙмәткә саҡыра. Беҙ граждандар йәмғиәтен нығытыуға бөтә көстө йүнәлтеүҙе, Ер йөҙөндә тыныслыҡ, Бөйөк Тыуған илебеҙҙең яҡты киләсәге хаҡына берләшеүҙе һорайбыҙ”, тиелә Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы мөрәжәғәтендә.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: