Республикаға идара итеү үҙәге мәктәп туҡланыуын ойоштороуға ҡағылышлы яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Был юлы Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә беҙҙең доклад иң ҡыҫҡаларҙың береһе булғандыр, моғайын. Проблемалар кәмей, һәйбәт яңылыҡтар күбәйә.
Мәктәп туҡланыуы проблемалы йүнәлештән әкренләп үҫеш йүнәлешенә күсә. Был мәсьәләгә төбәк Хөкүмәте ныҡлы тотондо. Беҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге командаһы, был йәһәттән ярҙам итәбеҙ. Халыҡтан килгән ялыуҙарҙы эшкә алабыҙ, анализлайбыҙ, кәңәшмәләр үткәрәбеҙ, мәсьәләне аҙағынаса еткерәбеҙ, ә иң ҡатмарлылары хаҡында Башҡортостан Башлығына һәм Премьер-министрына хәбәр итәбеҙ.
Статистика: 2022 йылда уҡыусыларҙың туҡланыу сифатына ҡағылышлы ялыуҙар байтаҡҡа кәмегән.
Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 8 мартына тиклем Өфөлә Башҡортостандың Урындағы үҙидара үҙәге мәғлүмәт системалары ошо темаға 24 мөрәжәғәтте ҡабул иткән. Ә бер йыл элек ошо уҡ осорҙа 147 ине! Алты тапҡырға аҙыраҡ!
Ни өсөн ялыуҙар аҙайҙы? Мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙа бөтә сараларҙы үтәүгә ҡаты контроль; ата-әсәләрҙең ҡатнашыу мөмкинлеге, бракераж комиссиялар; балаларға ашарға әҙерләгән компанияларҙы техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу; мәктәп ашханаларын яңыртыу мөмкин булды.
Шулай ҙа ҡайһы бер ҙә ялыуҙар килеп сыға. Әйтәйек, 2022 йылдың ғинуарында Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан бер ҡатын мәктәп ашханаһындағы проблема хаҡында яҙған: балаларға омлетты тәмһеҙ итеп әҙерләгәндәр. Сәбәбе – сифатһыҙ табалар ҡулланыу. Аҙаҡ был етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.
Өфө ҡалаһының 69-сы мәктәбендә лә проблемалар булды. Тикшереү ашхана хеҙмәткәрҙәренең ризыҡ әҙерләү технологияһын һәм температура режимын боҙоуын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә ашнаҡсылар бригадаһын алмаштыралар.
Артабан нимәләр көтә? 2022 йылдың апрелендә Республикаға идара итеү үҙәгендә мәктәп туҡланыуын ойоштороу һәм сифатын арттырыу буйынса тағы бер мәғлүмәт панеле барлыҡҡа килә. Проектты Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Һанлы үҫеш министрлығы әҙерләй. Шуға күрә контроль тағы ла артасаҡ, ә ялыуҙар, моғайын, аҙыраҡ булыр.
Туҡланыу буйынса ҡыҙыу бәйләнеш:
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы: 8 (347) 223-00-23 (шылтыратырға: 8.30-17.30, тәнәфесһеҙ).
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы: 8 (347) 292-11-52 (шылтыратырға: 9.00-18.00, төшкө ял: 13.00-14.00).
Өфө ҡала хакимиәте: 8 (347) 248-79-55 (шылтыратырға: 9.00 - 18.00, төшкө ял: 13.00-14.00).
Фото: твойгород.com