Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Туған телдәрҙе өйрәнеү тураһында закон проекты әҙерләнгән

Ул туған телде һәм әҙәбиәтте дөйөм белем биреү учреждениеларында өйрәнеүгә ҡағыла, ошо фәндәрҙе өйрәнеүгә мохтаж булған балаларға мөмкинлектәрҙе киңәйтә.

Туған телдәрҙе өйрәнеү тураһында закон проекты әҙерләнгән
Туған телдәрҙе өйрәнеү тураһында закон проекты әҙерләнгән

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡорлтай депутаттары Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проектын тәҡдим итергә йыйына.

– Закон проекты туған телде һәм әҙәбиәтте дөйөм белем биреү учреждениеларында өйрәнеүгә ҡағыла. Ул ошо фәндәрҙе өйрәнеүгә мохтаж булған балаларға мөмкинлектәрҙе киңәйтә, – тип билдәләне парламент Рәйесе Константин Толкачев.

Республика депутаттары мәғариф тураһындағы ғәмәлдәге законға төҙәтмәләр индереү уҡыусыларға этномәҙәни йүнәлештә белем биреү программаһын һайлау форсатын генә биреп ҡалмай, ә дөйөм биреү мәктәбендә туған телде һәм әҙәбиәтте 11 йыл өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк.

– Закон проекты Рәсәй Федерацияһы төбәктәре башҡарма власть органдарының үҙҙәренә этномәҙәни йүнәлеш программаһын тормошҡа ашырған белем биреү учреждениеларына балаларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен урынлаштырыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ туған тел һәм әҙәбиәт буйынса дәүләт йомғаҡ аттестацияһының форматын үҙгәртеү тәҡдим ителә. Берҙәм дәүләт имтиханы уҙғарылған фәндәр исемлегенә туған телде һәм әҙәбиәтте индереү, ә уның һөҙөмтәләрен  туған тел һәм уны файҙаланыу талап ителгән башҡа белгестәрҙе әҙерләү буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә иҫәпкә алырға тәҡдим ителә. Ғөмүмән, закон проекты Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән, – тине Константин Борисович.

Спикер белдереүенсә, закон проектын Дәүләт Думаһына ебәрер алдынан түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелгән, унда был тәҡдимдәр депутаттар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙең ун төбәгенең ғалимдары менән тикшерелгән һәм хуплау тапҡан.

Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проектын ебәреү тураһындағы ҡарар алдағы пленар ултырыштарҙа ҡараласаҡ.

Фото: nazaccent.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в