Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
15 Март 2022, 09:46

Ҡыпсаҡта спорт менән шөғөлләнмәгән кеше юҡ

Ҙур еңеүҙәргә нигеҙ бәләкәй ауылдарҙа һалына.

Әбделмәмбәт мәктәбе архивынан.
Фото:Әбделмәмбәт мәктәбе архивынан.

Әбделмәмбәт (халыҡ телендә – Ҡыпсаҡ) ауылын Бөрйәндә һәр йәһәттән өлгөлө, берҙәм, эшһөйәр кешеләр йәшәгән төбәк булараҡ беләләр. Ә инде мәктәп уҡыусыларының спорт буйынса даны, уңыш-ҡаҙаныштары күптән тирә-яҡҡа таралған. Бер ауылдың белем усағы миҫалында йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу,  чемпиондар тәрбиәләү йәһәтенән ысын мәғәнәһендә өлгө күрһәтә ҡыпсаҡтар. 2015 йылда ул “Рәсәйҙә физик культура һәм спортты үҫтергән иң яҡшы мәктәп” исеменә эйә була.  Бөгөн дә ошо абруйлы исемгә тап төшөрмәй әбделмәмбәттәр. 

Ауыл мәктәбенең спорт залы бер ваҡытта ла буш тормай. Бында грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, уҡ атыу буйынса секцияларҙа күнекмәләр үтә. Ҡыпсаҡтарҙың үҙ стадионы, саңғы трассаһы, хоккей майҙансығы бар, өс йәш төркөмөнән торған “Ҡыпсаҡ бүреләре” хоккей клубы уңышлы эшләп килә.

Мәктәп уҡыусылары араһында физик культура менән шөғөлләнеү күрһәткесе 100 процент тәшкил итә, ә 87 ҡыҙ һәм егет спорт секцияларына даими йөрөй. Бөгөн әбделмәмбәттәр гер күтәреү буйынса спорт мастеры Нәйлә Ғәлина, шулай уҡ спорт мастерлығына кандидат булған ун, Бөтә Рәсәй Ауыл уйындарында еңеү яулаған туғыҙ, Рәсәй, Волга буйы федераль округы кимәлендәге ярыш­тарҙа призер булған 14, республика ярыштарында еңеү яулаған 78 ауылдашы менән хаҡлы рәүештә ғо­рурлана.

Хәҙер инде спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тотош ауыл халҡын берләштергән матур күренешкә әйләнгән: 810 кеше йәшәгән Әбделмәмбәт халҡының яртыһы бөтә төр ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйылғы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары үткән көндәрҙә бында VI Ҡыпсаҡ олимпия уйындары гөрләгән. Ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған сара хәҙер инде матур йолаға әйләнгән. Быйыл ул 12 февралдә башланып, 28 февралгә тиклем дауам иткән. Саңғы, сана спорты, биатлон, эстафета, керлинг, хоккей, шорт-трек буйынса ярыштарҙа ауыл халҡы ихлас ҡатнашҡан. “Беҙҙең олимпиаданың девизы – “Иң мөһиме – ҡатнашыу!”, “Иң ҙур еңеү – ул үҙеңде еңеү”, – ти ҡыпсаҡтар. Ауыл олимпиа­даһының һуңғы көнөндә саңғы ярышы, биатлон һәм бобслей үткән. “Сәптәр ҙә, винтовкалар ҙа (пневматика, әлбиттә), бобслей трассаһы ла – барыһы ла ысын булды, бер ҙә Сочи йәки Пекиндағынан ҡайтыш түгел”, – ти ярышта ҡатнашыусылар.

– Эйе, тотош ауыл менән сәләмәт тормош яҡлы булып, матур  йөкмәткеле саралар үткәрәбеҙ. Мәктәбебеҙҙең спорт залы бер ваҡытта ла буш тормай, уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла төрлө секцияларҙа теләп шөғөлләнә, гөрләп ярыштар үтә, ул көн һайын төнгө 11-се яртыла ғына ябыла. Әлбиттә, был йәһәттән, тәү сиратта, Әбделмәмбәт мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡоновтың оло хеҙмәтен, ойоштороу һәләтен билдәләргә кәрәк. Заманында ул балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу эшен бер нисә туп менән генә башлап ебәргәйне. Хәҙер инде беҙҙә бөтә төрҙәр ҙә берҙәй үҫешә. Нур Усманов алып барған көрәш секцияһына балалар бик теләп йөрөй. Хоккей командаһының даны тирә-яҡҡа таралған. Мәктәп уҡыусылары тулыһынса саңғылар менән тәьмин ителгән. Бының өсөн төрлө юлдар эҙләйбеҙ: үҙебеҙ ҙә аҡса эшләйбеҙ, федераль программаларҙа ҡатна­шабыҙ, район хакимиәте һәм бағыу­сылар ҙур ярҙам күрһәтә, – тип һөйлә­не Әбделмәмбәт урта мәктәбенең директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев.

Мәктәп уҡыусылары район үҙәгендә, Белорет, Магнитогорск һәм башҡа төбәктәрҙә үткән ярыштарҙа ла ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Мәҫәлән, Белоретта Серебрянников призына ойошторолған саңғы ярышында Өфө, Белорет, Магнитогорск, Учалы, Межгорье ҡалаларынан, Белорет һәм Бөрйән райондарынан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.

– Беҙ был ярышҡа 19 уҡыусыбыҙҙы алып барҙыҡ. Уларҙың барыһы ла уҙыш арауығын бик яҡшы һөҙөмтә менән үтте. Әлбиттә, саңғы буйынса махсуслашҡан спорт мәктәптәрендә шөғөлләнгән уҡыусылар менән көс һынашыу еңелдән түгел, шулай ҙа беҙҙекеләр һынатманы: ун миҙал яуланы! Һәр йәш категорияһы буйынса, яҡынса алғанда, 40 – 70 кеше ҡат­нашты. Ильяс Ҡарамышев үҙ төркө­мөндә чемпион булып танылды,  – тине Әбделмәмбәт мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов.

Ҡыпсаҡтар хоккей ҙа ярата. Батыр ауылдаштары Филүс Нурғәлиндең исемен мәңгеләштереү маҡсатында ошо исемдәге күсмә кубокка хоккей ярышы ойошторолған. Матур традицияға әйләнгән сара быйыл алтынсы йыл рәттән уҙғарылған. Ярышта өс команда – “Байназар”, “Монасип” һәм “Ҡыпсаҡ” көс һынашҡан. Быйыл күсмә кубокты “Монасип” командаһы яулаған.

Йәш көрәшселәр ҙә һынатмай. Район үҙәге Иҫке Собханғолда үткән грек-рим көрәше буйынса район беренселегендә Ҡыпсаҡ егеттәре командаһы өсөнсө урынды яулап ҡайтҡан. Ә шәхси беренселектә Н. Ғилманов – беренсе, Д. Ғәбиҙуллин, Б. Хурамшин, Д. Байназаров икенсе урынға лайыҡ булған. Магнитогорск ҡалаһында уҙған асыҡ чемпионатта ла иң күп миҙал яулаусылар Әбделмәмбәт уҡыусылары булған. Диана Мәхмүтова, Ильяс Дауытов, Динислам Байназаров, Нуриман Ғилманов, Ихсан Үтәбаев, Гүзәл Сәйфетдинова, Венер Яҡупов үҙ ауырлығы буйынса чемпиондар булып танылған.

Спорттың һәр төрөн дә үҫтереү яҡлы ҡыпсаҡтар. Мәҫәлән, күптән түгел бында быйма кейеп хоккей уйнау буйынса ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс  та ярыш ойошторолған. Унда Белорет районының Тирлән ауылы, Бөрйәндең Иҫке Собханғол, Иҫке Монасип, Ҡолғона һәм Ҡыпсаҡ  ауылдары командалары осрашҡан. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Иҫке Собханғол командаһы составында район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңләхмәт улы Манапов та уйнаған. Ә Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев ҡунаҡ булараҡ ҡатнашҡан. Иң көсөргәнешле ярыш Тирлән менән Ҡыпсаҡ ауылдары командалары араһында булып, һуңғылары ауылдаштарын еңеү менән шатландырған. Тирләндәр – икенсе, Иҫке Собханғол командаһы өсөнсө урынды яулаған.

Әбделмәмбәт мәктәбендә спорт менән бер рәттән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, быуындар бәйләнешен һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, “Батыр егет – ил күрке” тип аталған хоккей ярышында мәктәп уҡыусылары атай-олатайҙары, ағайҙары командалары менән осрашҡан. “Өсөнсө көн инде Әбделмәмбәт мәктәбе һәм ауыл урамдары шау-гөр килә, сөнки беҙҙә “Зарница-2022” уйыны бара. Кластар бер-береһе менән көс һынаша. Үҙҙәре исем, девиз уйлап, эмблема һәм погондар тағып, бөтә ярыш төрҙәренә лә ныҡлы әҙерлек, көс, дәрт менән сыҡтылар. Был сара уҡыусыларҙа берҙәмлек тә тәрбиәләй”, – тип яҙҙылар мәктәптең социаль сел­тәрҙәге төркөмөндә.

“Спорт уҡыусыларҙа физик йәһәт­тән ныҡлыҡ ҡына түгел, ихтыяр көсө, берҙәмлек тә тәрбиәләй, тормошта һәр ваҡыт алға ынтылып, маҡсатлы булып йәшәүгә булышлыҡ итә”, – тигәйне әңгәмә барышында мәктәп директоры Инсур Рәмил улы. Был фекерҙең дөрөҫлөгөндә шик юҡ. Ябай ғына ауыл миҫалында ҙур еңеүҙәргә юлдың бәләкәй генә аҙымдарҙан башланыуын, бөгөн үҙеңде танытыу, үҫеү өсөн сиктәр булмауын раҫлап йәшәй ҡыпсаҡтар. Ҡан хәтере аша яугир ата-бабаларынан күскән көслө рух, ярһыу, сәмсел холоҡ та үҙенекен итмәй ҡалмайҙыр. Яусыл, даусыл Ҡыпсаҡ нәҫелдәре бит улар!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: