Әлеге мәлдә Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы бара. Ул быйыл 32-се тапҡыр үткәрелә.
Бөгөн үҙ йүнәлештәре буйынса финалға сыҡҡан уҡытыусылар һуңғы төр конкурсҡа – “Матбуғат конференцияһы”на йыйылды. Тәүге өлөштә конкурсанттарға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажиндың һорауҙарына яуап бирергә тура килде. Министрҙың һорауҙары ҡыҙыҡлы ғына булды, мәҫәлән, “Әгәр һеҙ мәғариф министры булһағыҙ, иң тәүҙә нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?”, “Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн һеҙгә нимәләр ҡамасаулай?” һ.б. Финалға сыҡҡан уҡытыусылар һәр һорауға төплө яуаптар бирҙе.
Артабан конкурста ҡатнашыусыларға видеобәйләнеш аша Мәскәү ҡалаһындағы 1520-се мәктәптең физика уҡытыусыһы Артем Барат, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ата-әсәләр, уҡыусылар, журналистар үҙ һорауҙарын бирҙе. Һорау биреүселәр араһында үҙенсәлекле ҡунаҡ – Башҡортостан Башлығының хәләл ефете, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты авторы Каринэ Владимировна Хәбирова ла бар ине. Ул видеобәйләнеш аша уҡытыусыларҙан эш урынында нисек итеп уңыш биләмәһе булдырыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Еңеүгә ынтылған һәр уҡытыусы һорауҙарға лайыҡлы яуап бирергә, үҙ фекерен лайыҡлы яҡларға, тормошҡа ҡарашын, педагогик оҫталығын асыҡ сағылдырырға тырышты.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы менән бер рәттән Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы ла гөрләп бара.
Төбәгебеҙҙең иң әүҙем, иң яҡшы, үҙ һөнәрен яраткан уҡытыусыларын бергә туплаған, улар өсөн үҙенсәлекле тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып хеҙмәт иткән конкурстарға йомғаҡ иртәгә – 22 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында яһаласаҡ.
Автор фотоһы.