Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

"Патриот" паркы "Геройҙар уҙышы"н ҡабул итергә әҙерләнә

Республикаға Рәсәйҙең Триатлон федерацияһы президенты, “Геройҙар уҙышы” проектын ойошторған Ксения Шойгу килде.

"Патриот" паркы "Геройҙар уҙышы"н ҡабул итергә әҙерләнә
"Патриот" паркы "Геройҙар уҙышы"н ҡабул итергә әҙерләнә

Бөгөн, 22 мартта, Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Триатлон федерацияһы президенты, “Геройҙар уҙышы” проектын ойошторған Ксения Шойгу “Патриот” хәрби-патриотик парк майҙансығында булды. Улар төҙөлөш эштәренең барышы менән танышты, уның базаһында уҡытыу-күнекмә сменаларын, төрлө ярыштарҙы ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығының 2019 йылда Алкин-2 ауылына эш сәфәре барышында элекке хәрби часть биләмәһендә хәрби-патриотик парк асыу буйынса пландар ҡаралғайны. Республика етәксеһенең “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы указына ярашлы, парк булдырыу йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә инде.

“Патриот” биләмәһенең майҙаны 200 гектар тәшкил итә. Концепцияға ярашлы, унда “Авангард” уҡытыу-методика үҙәге, “Партизан ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия секторы, уҡыу плацы, ут үҙәге, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы һәм башҡа объекттар ҡаралған.

Майҙансыҡта “Геройҙар уҙышы”н уҙғарыу өсөн 12 километр самаһы оҙонлоҡтағы 35 ҡаршылыҡ менән махсус трасса йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, унда курсанттар һәм үҫмерҙәрҙең спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Трассаны триатлон буйынса Башҡортостан йыйылмаһы ағзалары ла күнекмәләр өсөн файҙалана ала.

Сәфәр сиктәрендә Радий Хәбиров менән Ксения Шойгу уҡыу кластары һәм йәшәү бүлмәләрен, ашхана бүлмәһен ҡараны. Элекке казарма бинаһында 200 баланы һәм уҡытыу өсөн педагогты урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Кластарҙа юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған заманса шәхси компьютерҙар урынлаштырыла.

“Авангард” үҙәге уҡыусыларҙың йыл әйләнәһенә биш көнлөк уҡыу йыйылыштарын ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, унда хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүселәр өсөн хәрби-патриотик сменалар ҙа булдырыласаҡ.

– Бында ҙур биләмә бар, ул бөтә Рәсәй ярыштарын үткәрергә мөмкинлек бирә. 1 июндә парк тәүге курсанттарҙы ҡабул итә, – тине Башҡортостан Башлығы. – “Геройҙар уҙыштары” трассаһында ла ярыштар быйыл июндә башлана. Ксения Сергеевна менән бер командала булырға һөйләштек.

Рәсәй Оборона министрлығы республикаға 27 берәмек хәрби техника тапшыра, уларҙы демилитаризациянан һуң “Патриот” паркына алып барасаҡтар, тине төбәк Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов. Уның биләмәһендә автодром, хәрби-тарихи реконструкция зонаһы, Геройҙар аллеяһы һәм Конгресс-үҙәк төҙөү күҙаллана.

 – Был ҙур проект бик күп ғаиләләрҙе, балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итәсәк. Бында тәүге курсанттарҙы һәм, әлбиттә, “Геройҙар уҙышы”н күреү өсөн йәйге миҙгелдең башланыуын түҙемһеҙләнеп көтәм, – тине Ксения Шойгу. – Республика был объект төҙөлөшөнә яуаплы ҡараны. Беҙ үҙ яғыбыҙҙан Башҡортостанға уны тамамлауҙа бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә һәм “Патриот” паркының артабанғы эшендә партнёр булырға әҙербеҙ.

Аҙаҡ Радий Хәбиров был сәфәр тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

“Беҙ республика өсөн бик мөһим проектты дауам итәбеҙ – “Патриот” хәрби-патриотик паркын булдырабыҙ. Унда “Геройҙар уҙышы” ла буласаҡ. Был – минең хыялым, тип әйткәйнем инде. Уҙышта ҡатнашыу менән шундай ҡаршылыҡтар һыҙатын төҙөү идеяһы менән янам. Был мауыҡтырғыс ярыштар команда рухын күтәрә һәм һәр коллективты берләштерә ала, улар өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы. Һәм бына беҙ был идеяны тормошҡа ашырабыҙ. “Патриот”та ”Геройҙар уҙышы” ике участканан торор тип күҙаллана. Беренсеһе - компактлыраҡ һәм хәрәкәтсән, уның оҙонлоғо – биш саҡрымға тиклем, трассала - 25 ҡаршылыҡ. Бында балалар һәм үҫмерҙәр сменаһы өсөн асыҡ күнекмәләр, спорт ярыштары үткәрергә планлаштырабыҙ. Икенсе участка – 5-8 саҡрым оҙонлоҡта. Унда ун ҡаршылыҡ бар, тәбиғиләре лә - соҡорҙар, һыу ятҡылыҡтары һәм башҡалар ҡаралған. Был участка ҙур спорт саралары, чемпионаттар өсөн яраҡлы.
Төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ла ҡабул итергә иҫәп тотабыҙ. 6-12 йәшлек балалар өсөн ике саҡрым оҙонлоҡтағы айырым ҡаршылыҡтар һыҙатын йыһазландырабыҙ, унда 15 ҡаршылыҡ буласаҡ. Ксения Сергеевнаның барлыҡ иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен мотлаҡ иҫәпкә алабыҙ. Киләһе осрашыу йәй үк булыр тип ышанам - уны ҙур теләк менән “Патриот” паркын асыуға саҡырам, бер командала йүгерергә килештек”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Башортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в