Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Уларҙың тәүгеһе быйыл – 32-се, икенсеһе 27-се тапҡыр үткәрелә.
Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 75 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында, Ханты-Манси автономлы округында башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине.
Бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Өфө ҡалаһындағы 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булды. Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһынан Зилә Роберт ҡыҙы Миңдебаева, Өфө ҡалаһындағы 2-се СМАРТ Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Ләйсән Рәйес ҡыҙы Сафиуллина, Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкино урта мәктәбенән Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева лауреаттар булып танылды.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы быйыл биш йүнәлеш буйынса ойошторолдо. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан Юлия Александровна Смехова – “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”; Дүртөйлө районының Исмаил ауылы мәктәбе мөғәллимәһе Ләйсән Имаметдин ҡыҙы Мырҙаева – “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”; Туймазы ҡалаһындағы Республика дистанцияла белем биреү үҙәгенең информатика уҡытыусыһы Ольга Александровна Густова – “Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы”; Өфө ҡалаһының 112-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Вячеславовна Ногина – “Йылдың йәш уҡытыусыһы”; Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең сит телдәр уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмова “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” йүнәлештәрендә еңеүселәр булып танылды. Ә инде “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан Юлия Александровна Смехова яуланы.
Шулай уҡ быйыл тәүге тапҡыр республика мәктәптәре командалары араһында BRAIN-PUZZLE Соты тип аталған үҙенсәлекле конкурс уҙғарылды. Унда Нефтекама ҡалаһы уҡытыусылары еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Еңеүселәр һәм конкурста ҡатнашҡан, үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан уҡытыусылар хөрмәтенә йыр-моңдар яңғыраны, абруйлы баһалама ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар ихлас теләктәрен еткерҙе. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған бәйгеселәргә дипломдар, аҡсалата бүләктәр, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетының, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының, уҡыу йорттарының Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәре тапшырылды.
“Уҡытыу – һеҙҙең төп хеҙмәтегеҙ. Бөгөн, шуға өҫтәп, быға тиклем дә башҡарып килгән бурысығыҙ – йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү йөкләмәһе һеҙҙең иңдәргә икеләтә яуаплылыҡ менән ятты. Һеҙҙең ҡулда – дәүләтебеҙҙең, кешелектең именлеге һәм киләсәге”, - тине үҙ сығышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин. Төбәгебеҙ уҡытыусыларының был миссияны лайыҡлы башҡарасағына шик юҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.