Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Март 2022, 16:50

“Белем” фестиваленә рәхим итегеҙ!

31 мартта Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһында һәм 1 апрелдә Свердловск өлкәһенең Екатеринбург ҡалаһында "Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале үтә.

“Белем” фестиваленә рәхим итегеҙ!
“Белем” фестиваленә рәхим итегеҙ!

Фестивалде Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Маҡсаты – Башҡотостандың алдынғы, инновациялы төп дөйөм белеү биреү учреждениеларын сит өлкәләрҙә танытыу.

Сарала Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты, Республика инженер лицей-интернаты, Сибай гимназия-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыкаль гимназия-интернаты, Дыуан районының Т. Йосопов исемендәге республика лицей-интернаты ҡатнаша.

“Белем” фестивалендә балалар, уларҙың ата-әсәләре республиканың уҡыу йорттары презентациялары, уҡыу йорттарына инеү шарттары менән яҡынданыраҡ танышасаҡ, консультация, танышыу майҙансыҡтарында күп яңылыҡтар беләсәк. Ҡурайҙа уйнау, милли биҙәүестәр эшләү, нейрофизиология, ракета төҙөү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, квестарҙа көсөн һынаясаҡ. 

Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында бәйгеләр ҙә ойоштороласаҡ. Шулай уҡ сара барышында махсус консультация өҫтәле эшләйәсәк. Унда балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә Башҡортостандың инновациялы уҡыу йорттарына уҡырға инеү шарттары һәм тәртибе хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.

Нязепетровскиҙа фестиваль урындағы 1-се мәктәптә 14.00 – 17.00 сәғәттәрҙә, ә Екатеринбургта 167-се мәктәптә 10.00 – 13.00 сәғәттәрҙә уҙасаҡ. Фестивалдә ҡатнашырға 11 – 16 йәшлек балалар һәм уларҙың ата-әсәләре саҡырыла.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: