Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Март 2022, 21:30

Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте Мәғариф министрлығы булышлығында өлкән класс уҡыусылары өсөн төрлө яҡлап үҫешкә йүнәлтелгән интеллектуаль-спорт ярыштары уҙғара.

Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!
Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте илдең Мәғариф министрлығы булышлығында Бөтә Рәсәй белем биреү уйындары уҙғара - өлкән класс уҡыусылары өсөн төрлө яҡлап үҫешкә йүнәлтелгән интеллектуаль-спорт ярыштары.

Заявкалар 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең сайтында - igry.znanierussia.ru - теркәлеү мотлаҡ. Уйындарҙың төбәк этабы 2 апрелдә башлана, илдең һәр төбәгендә уҙғарыла. Балалар апрель буйына ярышасаҡ, 9-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Программа алты тематик тректан тора: белем, фән һәм технологиялар, мәҙәниәт һәм сәнғәт, социаль яуаплылыҡ, тарих, спорт. Балалар интеллектуаль викториналарҙа, социаль селтәрҙәрҙә яҙылған мәҡәләләр конкурсында, социаль проекттар бәйгеһендә, киберспорт турнирҙарында ҡатнашасаҡ һәм хатта ирекмәндәр акцияларына ҡушыласаҡ. Ярыштарҙың береһе – “Белем китапханаһы” буйынса квест. Унда ҡатнашыусылар “Белем” сайтында баҫылған күренекле спикерҙарҙың лекцияларынан кодлы һүҙҙәр эҙләйәсәк. Уйындарҙың төбәк этабын үткәреүҙә VK компанияһы, ДОБРО.РФ изге эштәр платформаһы, “Минең илем - минең Рәсәй” мәғрифәт проекты, Компьютер спорты ассоциацияһы булышлыҡ итә.

Шәхси һәм команда ярыштарында ҡатнашып, уҡыусылар шәхси беренселектә балдар туплаясаҡ. Һәр төбәктән иң күп балл йыйған иң яҡшы алты ҡатнашыусыһы йыйылма командаға тупланып, финал ярыштарына Мәскәүгә саҡырыла. Май айында уйындарҙың төбәк этабында еңгән 105 кеше 85 команда составында баш ҡалала интеллектуаль-спорт дисциплиналары буйынса бәйгелә көс һынашасаҡ. Уйындар финалы ВДНХ-ла “Яңы белем” III белем биреү марафоны барышында уҙа һәм финалсылар хәҙерге замандың иң күренекле вәкилдәре менән шәхсән аралаша аласаҡ, улар бер нисә көн буйына йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Финалда өлкән класс уҡыусыларына команда иҫәбендә балдар йыйырға, интеллектуаль-спорт эстафетаһында, ғилми тематикаға видеороликтар конкурсында, эшлекле уйында, тарих викторинаһында чемпион исемен яуларға кәрәк буласаҡ. Был ярыштар һөҙөмтәләре буйынса рейтинг таблицаһында тәүге урындарҙы яулаған ун команда дан һәм танылыу менән бергә Рәсәй йәмғиәтенең “Белем” мәғрифәт уйындары еңеүселәре статусын аласаҡ.

Финал этабында ҡатнашыусыларҙың барыһын да приздар көтә. Алтмыш еңеүсегә “Сәйәхәттән күберәк” проекты сиктәрендә Рәсәйҙең иң матур мөйөштәре буйлап хыял сәйәхәте ойошторола. Ҡалғандар ил буйлап туристик сәфәр ҡыласаҡ. Бынан тыш, бөтә финалсылар ҙа уйын партнерҙарынан бүләктәр, шулай уҡ “Башҡа эш” бонустары аласаҡ, Рәсәйҙең алдынғы компанияларында стажировка үтәсәк.

Фото: yalutorovsk.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: