Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Март 2022, 09:38

Улдарың менән уртаҡ тел тап

Әсә һөйөүе сикһеҙ, әммә уның фажиғәгә лә килтереүе бар...

detkisuper.ru
Фото:detkisuper.ru

“Йә, үлһен ине тиҙерәк! Бер ултырып илармын да тынысланыр инем...” – әсәһенең балаһына ҡарата әйткән был һүҙҙәре 47 йыл ғүмеремдә ишеткәндең иң ҡурҡынысы булғандыр.

Ҡасандыр бөҙрә, сөм-ҡара төҫтә булған, инде күптән ағарған, ни бары арзан буяу менән йорт шарттарында ғына булһа ла буялып, бер аҙға йәшәртеп торған сәстәрен ҡолаҡ артына ҡыҫтырып, яулығын рәтләне Йәмилә.

 

 Һөйләшәһе һүҙ бар

 

– Түҙерлегем ҡалманы, әхирәт! Был баланан күргән нужалар!

– Әсәй! Еттеме һиңә, юҡмы?! – шаршау артынан 30 йәшлек Рәзифтең ҡарлыҡҡан тауышы яңғыраны.

Мин тауыш килгән яҡҡа атланым. Рәзиф менән һөйләшергә кәрәк. Хәл белеп шылтыратышып һөйләшеүҙәр, унан да бигерәк осрашыуҙар, беҙҙең заманда һирәк күренеш булһа ла, нәҡ бөгөн, күңелем һиҙенгәндәй, Йәмиләгә шылтыраттым. Әллә ни яҡын серҙәштәр булмаһаҡ та, күптәнге таныштар беҙ, йәшерәк саҡта бер-беребеҙгә ярҙам итешергә, ауыр ваҡыттарҙа терәк булырға тырыша инек. Йәмилә ике-өс һүҙ менән генә улының ныҡ үҙгәреүен, мөмкин булһа, ярҙам күрһәтеүемде һораны.

– Рәзиф, йә, һаумы?!

Егет, шешенгән күҙҙәрен асып, миңә текәлде лә һикереп тороп ултырҙы, унан һуң сайҡалыбыраҡ тороп баҫты.

– О, сәләм, Сибәр апай! – Рәзиф бәләкәйҙән миңә ниңәлер шулай өндәшеп өйрәнде, дөрөҫөрәге, әсәһе “Сибәр апайың” тип өйрәтте.

– Йә кил, ҡосаҡлайым үҙеңде! – Килеп инеү менән нотоҡ һөйләп булмай бит инде. Рәзиф мине ихлас ҡосаҡлап алды. Арҡаһынан яратып тупылдаттым да:

– Йә, ҡайһы ҡолағыңды беренсе борайым? – тинем шаяртып.

– Икеһен дә өҙгәнсе бор, Сибәр апай. Миңә шул кәрәк!

Егеттең миңә ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәте күңелгә әҙерәк йылы һалды. Былай булғас, һөйләшеп-аңлашып булырға оҡшай.

– Рәзиф, ни булды инде һиңә?

– Нимә булһын уға, күрмәйһеңме, әҙәм­лектән сыҡҡан! – мине ярты һүҙҙән бүлде­реп, әсәй кеше нәфрәт менән екеренде.

– Йәмилә, беҙ һөйләшеп алайыҡ инде? – Мин ялбарыулы ҡарашымды әсәй кешегә төбәнем.

Нисек ярҙам итә алам мин, һөйләшмәйенсә? Ә былай екереп тороусы булғанда ихлас әңгәмә булмаясаҡ.

– Тик бында түгел, Сибәр апай, – Рәзиф урынынан торҙо ла әсәһенә үпкәле ҡараш ташланы. – Төрмә ҡарауылсылары булмаған башҡа урынға барайыҡ.

– Әйҙә, тышта йөрөп инәйек, урамда шундай рәхәт, еләҫ! – тинем, өй эсендәге ҡыҙыулыҡты әҙерәк баҫыр юл эҙләп.

– Һин уның бер һүҙенә лә ышанма, шундай алдаҡсы ул, дөмөккөрө! – беҙҙең арттан Йәмиләнең тауышы яңғырай.

Урамға сығыу менән Рәзиф тәмәкеһен ҡабыҙа, йотлоғоп-йотлоғоп һура.

Ваҡыт аяуһыҙ саба! Әле генә Рәзиф бәләкәй генә шуҡ малай ине. Әсәһе янына ҡунаҡҡа килгәнемдә карауатта һикерә-һикерә миңә мендәрҙәр ташлап уйнай йә, елкәгә менеп, артҡа карауатҡа йыға ла “Ур-ра-а, беҙҙекеләр еңде” тип ҡысҡырып шатлана торғайны. Сәй эсергә ултырһаҡ, алдыма менеп ултыра ла бер сынаяҡтан сәй эсә инек. Кисә генә булған кеүек. Баҡтиһәң, ошо шуҡ малайға 30 йәш тулған, яҙмышы ҡайһы ваҡытталыр саҡ ҡына сатнап кителгән дә, бына хәҙер килеп бөтөнләйе менән тишек сүлмәккә әйләнергә һәм сүплеккә сығарып ташланырға тора.

Тәмәкеһен фильтрына ҡәҙәр һурып, ҡалтыраған ҡулы менән сүп һауыты яғына ташланы һәм, әлбиттә, тура килтермәне. Төпсөк, Рәзифтең бәләкәй генә маҡсатына ла ирешә алмағанынан көлгән кеүек, яңы ғына урам һепереүсе таҙартып киткән ҡап-ҡара асфальтта берҙән-бер аҡ тап булып ятып ҡалды.

– Рәзиф, ни булды һиңә? – тынлыҡты боҙоп, һорауымды ҡабатлайым. – Күптән эсәһеңме?

Ысынлап ҡына әйткәндә, телефондан һөйләшеп торһаҡ та, күрешмәгәнгә өс-дүрт йыллап барҙыр.

– Туҡтамай эсеүемә ике йыл. Һин мине бөткән кеше тип уйлама, Сибәр апай, мин араҡы эсмәйем, һыра ғына эсәм. – Рәзиф бер аҙға тынып ҡалды ла, – ну күп эсәм, – тип өҫтәне.

– Күрәм, – тимен, бик ҡалын булмаған кәүҙәһендә ауырлы ҡатындарҙыҡылай бүлтәйеп торған ҡорһағына ишаралап. – Һиңә утыҙ ғына бит әле, күпме яуланаһы үрҙәр алдыңда. Ниңә тормошоңдо юҡҡа сығараһың?

– Миңә дауаланырға кәрәк, Сибәр апай. Туҡтай алмайым бит, туҡтай алмайым!

– Эсһәң, нимә үҙгәрә тормошоңда?

– Онотолам. Мине бер ни борсомай. Рәхәт. Хатта әсәй ҡарсыҡтың мыжыуы ла йәнгә теймәй.

– Ниндәй ҡарсыҡ булһын әсәйең, Рәзиф?! Уға бит әле 52 генә!

Рәзиф минең һүҙҙәргә бөтөнләй иғтибар итмәне.

– Үҙ тормошо менән йәшәмәй бит ул, миңә һулыш алырға ла бирмәй, бөтә нәмәгә ҡыҫыла. Сибәр апай, ну бына шулай яраймы ни, ә?!

 

“Баланы ғәйепләргә ашыҡмағыҙ...”

 

Йәмилә миңә шылтыратҡанда уҡ уйланым: ниндәйҙер хәл итә алмаҫлыҡ хәлдәре бар был егеттең. Ирҙәр, ғөмүмән, проблеманан ҡаса. Әгәр юлында көсө, аҡылы ет­мәҫ хәл осраған икән, тимәк, алкоголизмдың иң беренсе сәбәбе шунда – эсергә лә оното­лорға. Иҫерек хәлендә уны бер ни борсомай, хәүефләндермәй. Тик бына берҙән-бер улының юлында бәләкәй генә ҡыйынлыҡ килеп тыуһа ла, амбразураға ташланған батырҙай, һәр бер ауырлыҡты үҙ өҫтөнә ала торған әсәһе бар кешенең ниндәй хәл итә алмаҫтай проблемаһы бар икән һуң?

Миңә, психолог булараҡ, күп әсәйҙәр үҫмер балалары менән аралашыуҙағы ҡатмарлыҡтар менән мөрәжәғәт итә. 12 йәшлек кенә улдары, ҡыҙҙары үҙҙәрен яратырға рөхсәт итмәй, йыш ҡына дорфа ла түгел, агрессия менән яуап ҡайтара. Ниҙән тыуа был проблема?

Минең үҙемдең өс улым бар. Алдағыһын Аллаһ белә, барыһы ла Хоҙай ҡулында. Тик бөгөнгө көнөбөҙ – беҙҙең өс, биш, ун йыл элек сәскән орлоҡтарҙың емеше. Минең улдарым менән мөнәсәбәтем күптәрҙе һоҡландыра ла, хайран да ҡалдыра. Нисек шулай балаларың менән уртаҡ тел табаһың, нисек тәрбиәләнең, тип шаҡ ҡаталар.

– Мин уларҙы тәрбиәләмәнем, – тим, йыш ҡына көлөп. Был, әлбиттә, балаларҙы ҡараманым, уларға иғтибар бирмәнем, тигән һүҙ түгел. Иғтибар ҙа, наҙым да етерлек булды. Ләкин мин уларҙы кәмһетмәнем, ә яраттым, тәнҡитләмәнем – маҡтаным, хаталары өсөн әрләмәнем, ә аңлаттым. Ҡунаҡ килгәндә лә ололар менән бер өҫтәл янына ултырттыҡ. Беҙҙә ҡунаҡтар йыш була, артистар, дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, эшҡыуарҙар, әммә ҡунаҡ килде тип, табынға спиртлы эсемлек ҡуйғаныбыҙ юҡ, беҙҙең тормош позицияһын белгәнгә­лер, ҡыҫтырып килгән кеше лә юҡ. Ҡунаҡтар тәмле һөтлө сәй менән, туҡлыҡлы аш-һыу менән һыйлана, шуға күрә табында бала ҡолағына ярамаҫ һүҙ һөйләнмәй, ҡәбәхәтлек булмай. Киреһенсә, балалар үҙҙәрен кеше араһында тоторға, әңгәмәләшергә өйрәнә.

Ысынлап та, күп кеше бала тәрбиәләүҙе уларға сик ҡуйыуҙа күрә, йыш ҡына төрлө ғәмәлде физик язалау юлы менән аңлата. Сик ҡуйғансы, уның ниңә ярамағанлығын, язалағансы, баланың ҡайһы аҙымы, ҡайһы хәрәкәте нимәгә килтеререн аңлатырға кәрәк. Тәрбиәне һүҙ йә ҡайыш менән генә биреп бөтөрөп булмай. Әгәр һеҙ бер төрлө һөйләйһегеҙ, икенсене эшләйһегеҙ икән, бала ниндәй йүнәлештә үҫешергә тейеш? Атай кеше, үҙе тәмәке тартып, балаһына “тәмәке тартма, ярамай” тип әйтеүенең ниндәй тәрбиәүи әһәмиәте булыуы ихтимал? Бала һеҙ һөйләгәнде түгел, ә эшләгәнде ҡабатлаясаҡ.

Әгәр балағыҙҙың эшләгәне, йә булмаһа, әйткәне һеҙҙең фекергә тура килмәй икән, тимәк, аңлатырға кәрәк. Унан һуң, һеҙҙең фекерҙәр тап килергә тейеш тимәгән. Ул бит айырым башлы, айырым кәүҙәле башҡа бер ШӘХЕС! Эйе, эйе! Бала был донъяға шәхес булып тыуа. Ә бына шул шәхес ҡайһы яҡҡа үҫешәсәк, ниндәй тәжрибә туплаясаҡ, быныһы инде ғаилә менән уны уратҡан мөхиттән тора. Әгәр һеҙ балағыҙға гел генә үҙ фекерегеҙҙе тағаһығыҙ икән, иртәме-һуңмы, ул, эйәрләүҙән ҡасҡан йәш тай кеүек, ырғый-һикерә ҡаршылыҡ күрһәтә башлаясаҡ.

Гиперопека күрһәткән әсәйҙәр балаларын артыҡ ҡайғыртыусанлыҡ менән, ер йөҙөн ҡаплаған февраль буранылай, балаларына тын да алырға бирмәй быуа. Улар фекеренсә, балалары, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле бер ни ҙә белмәй, аңламай. Ағас үҫтерәм тип орлоҡ ултырт та, артабан, ул шытып сығыу менән, ҡаты ҡыҫалы быяла һауыт менән ҡапла. Унда ҡояш нурҙары төшә, тик һауа ла, үҫергә урын да юҡ. Ул орлоҡ бер ҡасан да ҙур мөһабәт ағас булмаясаҡ. Ә орлоҡтоң үҫкеһе килә, ул тирә-яҡтағы ҙур ағастарҙы күрә, шуға күрә лә бала үҫә төшкәс, әсәһенә сик ҡуя башлай: “Етте, мин үҫтем. Миңә ирек бир. Мин үҙем”. Аҡыллы әсәйҙәр был сигналды аңларға тейеш тә бит. Тик күпселектә был хәл әсәйҙәргә тағы ла артығыраҡ борсоу һала, ҡайғыртыусанлыҡтарын тағы ла арттыра. Унан инде ике яҡ араһында “һуғыш” башлана: кем еңә? Ә һуғышта ниндәй ҡорал да үтә, унда ярай-ярамай ғәмәле юҡ. Тәрбиәһеҙ, дорфа, тупаҫ бала күрһәгеҙ, баланы ғәйепләргә ашыҡмағыҙ.

Беҙҙең бөгөнгө геройҙар ҙа шулайыраҡ булды. Йәмилә етем ҡала: бер-бер артлы йәш кенә көйөнсә атаһы ла, әсәһе лә вафат була, ул балалар йортонда үҫә. Балалар йортонан сыҡҡас, педагогия институтына инә. Уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, армиянан ҡайтып оло курста уҡыуын дауам иткән егеткә ғашиҡ була, уның таҫма теленә ышанып ауырға ҡала. Ләкин егеттең етем ҡыҙға өйләнергә уйында ла юҡ, ул уҡыуын тамамлау менән сит өлкәгә сығып тая ла һыуға төшкән кеүек юҡ була. Йәмилә балаһын ҡосаҡлап ултырып ҡала.

Тырыш ҡыҙ бирешмәй, уҡып бөтә, балалар баҡсаһына эшкә урынлаша, коммуналканан үҙенә тейешле квадрат метрҙарҙы юллап ала. Ел, ямғыр тейҙермәйенсә балаһын үҫтерә.

Уртансы кластарҙа уҡығанда Рәзиф бер партала ултырған ҡыҙҙың кеҫәһенән аҡсаһын урлай. Күреп ҡалған иптәштәре –  уҡытыусыға, уҡытыусы Йәмиләгә еткергәс (әсә улы менән башта балалар баҡсаһын үтте, унан һуң, улы мәктәпкә киткәс, шул уҡ мәктәпкә уҡытыусы булып урынлашҡан ине), уҡытыусылар кабинетында аҡман-тоҡман күтәрелде. Балаһын йыртҡыстарҙан араларға ташланған инә бесәй кеүек, Йәмилә барыһын да өҙгөләп ташларға әҙер ине. Уның балаһы бер ҡасан да кеше әйбе­ренә теймәҫ, сөнки ул – Йәмиләнең улы!

Үкенескә ҡаршы, әсәй кешенең был берҙән-бер хатаһы булманы. Улы урлаша бирҙе, уны яҡлап талаша торҙо. Көндәрҙең береһендә үҙ кеҫәһендәге барлыҡ эш хаҡы, алтын йөҙөктәре юҡҡа сыҡҡас ҡына, төшөнән уянғандай айнып китте. Нисек инде уның берҙән-беренең урлашыуы мөмкин? Инде әсә кеше бөтә уҫаллығын, асыуын улына йүнәлтте. Ҡайыш менән аңлашыуы еңелерәк булырҙай тойолдо, ләкин үҙеңдән аша ҡарап торған әзмәүерҙәй улыңды ҡайышлап ҡына булмай икән. Әсәһе ҡайыш күтәргән беренсе көндә үк Рәзиф өйҙән сығып китте лә, ике-өс көн ҡайтмай, үс итеп уҡырға ла бармай ҡайҙалыр йөрөнө. Ай, тантана итте Йәмиләне күрә алмаған кешеләр. Улы юлдан тайпыла барған һайын, ҡатын кесерәйә барҙы кеүек.

 

Йәшәү көсөн табыу фарыз

 

Мәктәпте тамамлауға Рәзиф тәмәке тартырға ла, эсергә лә өйрәнде. Әсәй кеше балаһына башҡаса бер нисек тә йоғонто яһай алмай башланы. Рәзиф әсәһенә ҡыс­ҡырманы, дорфа һөйләшмәне. “Ярар”ҙың төбө тишелмәй, тиҙәр. “Ярай” тип гел әсәһен ыңғайына һыпыра, үҙенекен эшләй тора.

Мәктәптән һуң ашнаҡсыға уҡырға инде, тәбиғәт биргән оҫталығы арҡаһында тиҙ үҫте, күтәрелде. Тик ҡайҙа ғына эш башламаһын, насар ғәҙәттәре уны урынынан бик тиҙ ҡыуып сығарып торҙо, шуға күрә ике-өс ай, иң күбендә ярты йыл һайын эш урынын алмаштырырға тура килде Рәзифкә. Өйләнергә лә теләге бар ине, ләкин буласаҡ ҡатынының алтын алҡа­ларын урлап һатҡас, ғаилә тормошон ҡороу планы емерелде. Ул аҡсаны ҡайҙа итте һуң Рәзиф? Букмекерлыҡ контораһында спортҡа ставкалар яһап, ҙур отош артынан ҡыуып, юҡҡа сығарып барҙы. Ҙур отош бер генә тапҡыр булып ҡанатландырҙы ла иртәнге томан кеүек иреп юҡҡа сыҡты. Уңыш килтерәһе ҡоштоң ҡойроғо ҡыҫҡа булды – башҡаса тотторманы. Әсәһе алдында аҡланырға көс таба алманы. Иҫерек кешенән бер ни ҙә талап итеп булмай, иҫе­рек кеше – юҡ кеше. Кеше юҡ икән, мәшә­ҡәте лә юҡ. Тимәк, ләх булғансы эсһә, әсә­һе менән һөйләшеүҙән ҡасып ҡотолоп була.

Кейәүгә сыҡмайынса ғүмерен улына бағышлаған әсәй, улының һәр аҙымын күҙәтеп-тикшереп, йәшәргә өйрәтеп кенә торҙо. Үҫеп буй еткергән улы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашаһы, ғаилә ҡораһы ваҡытта, әсәй йоғонтоһонан сыға алмай, икеһе бер ситлеккә ябылған, бергә тормош көтә алмаған, ләкин ситлектән ҡотола алмаған ике төрлө йәнлек кеүек ыҙаланды, бер-береһенән туйҙы, бер-береһенә ҡамасаулыҡ тыуҙырҙы.

Шулай ҙа Йәмилә тураһында “кейәүгә сыҡманы” тиеүем бик үк дөрөҫ булмаҫ. ЗАГС-ҡа кермәһә лә, улына 11 йәш тирәһе булғанда, Әкиф исемле азербайжан менән никахлашты. Ун йыл тирәһе бергә торҙолар булһа кәрәк. Әкиф эшкә уңған, киң күңелле, уңайлы холоҡло ир-ат ине. Уның берҙән-бер кире яғы – эсһә ни ҡылғанын белмәй, ҡыҙып китеп, йорттағы барлыҡ йыһазды емереп ташлай ине. Унан айнығас, барыһын да йүнәтеп, элеккенән дә матурыраҡ итеп төҙәтеп ҡуйыр ине. Алтын ҡуллы ине, ни тиһәң дә.

Эшкә лә, азербайжанса һөйләшергә лә өйрәтте Рәзифте, үҙ балалары булмағас, улы кеүек күреп, бар атайҙарса хәстәрен уға йүнәлтте. Әсәһе менән уртаҡ тел таба алмаған саҡта ике яҡты татыулаштырған дипломат булды ул. Әкиф, бер ваҡыт эсеүен, тартыуын ташлап, мәсеткә йөрөй башланы, тормоштары йүнәлде. Рәзиф тә күптән хыялланған “атай” һүҙе менән өндәшә башланы. Йәмилә лә шатлығынан тағы берәр бала табыу тураһында ғына хыяллана башлағайны, яҙмыш тағы туңҡайып, артын асып күрһәтте. Әкифтең мунса инеп сыҡҡас, ҡан баҫымы күтәрелеп, йөрәге тотҡан һәм мунса алдында ултырған килеш йән биргән.

Бәхет ҡояшы күтәрелеп тә тормайынса, кире байыуға тәгәрәне. Йәмиләнән бигерәк Әкифтең үлемен Рәзиф ауыр кисерҙе. Тәбиғәт шулай ҡоролған, ир балаға атай тәрбиәһе, уның көсө, янында булыуы кәрәк, хатта ул атайҙың ҡаны һиндә аҡмаһа ла.

Күләгәләге эскәмйәлә беҙ Рәзиф менән оҙаҡ ҡына һөйләшмәйенсә ултырҙыҡ. Уларҙың донъя хәлдәрен белә инем, шуға артыҡ төпсөнмәнем. Психолог булараҡ, миңә барыһы ла көн кеүек асыҡ ине.

– Әкиф атайың яныңда булһа, һиңә, әлбиттә, күпкә еңелерәк булыр ине лә бит, – тинем, тынлыҡты боҙоп.

Рәзиф көтмәгәндә үкһеп илап ебәрҙе. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан 30 йәшлек ирҙең ферма үгеҙе кеүек гөрөлдәп сыҡҡан тауыш менән үкереп илауы мине аптырашта ҡал­дырҙы. Тирә-яҡта үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙән кемдер ҡыҙыҡһынып, кемдер аптырап беҙгә ҡарап уҙҙы. Ә Рәзиф бер кемгә лә иғтибар итмәне, күңеле бушанғансы иланы.

– Сибәр апай, мин уның яҙмышын ҡабатлағым килмәй. Ярҙам ит миңә! – Рәзиф минең ҡулдарымды, батып барыусы һуҙылған таяҡҡа йәбешкән кеүек, ҡыҫып тотто. – Мин беләм, һинең ҡулыңдан килә, Сибәр апай!

– Рәзиф, үҫкәнем, һин үҙең тырышһаң ғына, – тинем, уның сәстәренән һыйпап. – Мин бер үҙем һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмам. Бары һинең менән икәү генә! Ҡулға-ҡул тотоноп! Аңлайһыңмы?

Рәзиф аҙналар буйы эсеп, мейеһе томанланған булһа ла, үҙ хәлен бик яҡшы аңлай ине, һүҙһеҙ генә башын һелкеп, ризалығын бирҙе.

Ҡасандыр психолог һөнәренә бергә уҡыған курсташым Дим асҡан клиникаға һалып дауаланыҡ Рәзифте. Яҡшы ашнаҡсылар урамда теҙелеп баҫып тормай. Ниндәй генә гонаһтары булһа ла, Рәзиф – юғары класлы шеф-повар, эште лә тиҙ тапты. Иң ҙур мәсьәлә – әсәһенән айырым сығыу. Нисек кенә аяуһыҙ яңғырамаһын, аралашыуҙарын, әсәһе – үҙ тормошон, Рәзиф үҙенекен яйлағансы, мөмкин тиклем һирәгәйтеү фарыз. Кешенең психологияһы шулай: үҙ тормошон бай эстәлекле яһай алмаһа, башҡа кеше тормошон үҙенсә ҡорорға, шунан үҙенә йәшәү көсө табырға тырыша. Был икәү һәр ҡайһыһы үҙ тормоштарынан тәм тапһа ғына, юлдары яйланасаҡ, көндәре нурланасаҡ.

 

Светлана ШӘРИПОВА,

психолог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.

Читайте нас: