Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 16:30

Бөйөрөктәре тәмле, ризыҡтары татлы

Сибай институтының буфеты һәр саҡ студенттар менән тулы була. Кемдер бер аҙ тамаҡ ялғап алыу теләге менән килһә, икенселәре тәмле бөйөрөк, пицца, өсбосмаҡ, бәлеш алырға ашыға. Ни тиһәң дә бындағы ризыҡтар тәмле булыуы менән генә түгел, ә сифаты һәм һәр саҡ яңы ғына мейестән сығыуы менән айырылып тора. Студенттарҙың “өйҙәге кеүек”, “әсәйҙеке кеүек тәмле!” тигән һүҙҙәре ашнаҡсыларҙың хеҙмәтенә иң ҙур рәхмәт һәм хөрмәт тә.

Туҡланыу пункты мөдире Юлиә Ишемғолова, ашнаҡсылар Сөмбөл Рысҡужина, Ольга Петрякова, хеҙмәтләндереүселәр Зилә Тимерханова һәм Рәйлә Килмәтоваларға артабан да йәштәр өсөн туҡлыҡлы һәм сифатлы ризыҡ әҙерләүҙәрен теләйһе генә ҡала.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: