Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 03:30

Беҙҙең химиктар еңеүсе!

Вадим Харисов - Химия буйынса Бөтә донъя олимпиадаһында ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһына кандидат!

Беҙҙең химиктар еңеүсе!Беҙҙең химиктар еңеүсе!
Беҙҙең химиктар еңеүсе!

 Мәскәүҙә 18 марттан 24-енә тиклем мәктәп уҡыусылары араһына химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте.

Халыҡтар Дуҫлығы университеты базаһында ҡатнашыусылар өс күнегеү эшләне: икеһе теоретик һәм берәүһе эксперименталь. Башҡортостан командаһына республика олимпиадаларының биш еңеүсеһе һәм призеры инде. Ә инде уларҙы әҙерләүселәр - Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡытыусылары. Улар уҡыусылар менән уҡыу йылы барышы буйына Химик мәктәптәрҙә, «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәгенең уҡыу-тренировка йыйындарында шөғөлләнгән.

Команданың бөтә ағзалары ла – республиканың иң яҡшы химиктары. Улар Республика инженер лицей интернаты базаһындағы ӨДНТУ предуниверсарийында белем алалар. Олимпиадала күнегеүҙәр бик ауыр, уйлап эш итеүҙе талап итә торған булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең уҡыусылар һынатмаған! Абсолют еңеүсе - Вадим Харисов, ә призер булып Ксения Федотова һәм Александр Зиновьев танылған. Улар барыһы ла - 9 класс уҡыусылары. Ә бына Глеб Микрюков һәм Данил Муталлаповҡа призер булыу өсөн аҙ ғына балл етмәй ҡалған. Шулай ҙа танауҙарын төшөрмәйҙәр улар – еңәһе еңеүҙәр алда әле!

Шуны билдәләү мөһим: еңеүсе Вадим Харисов химия буйынса Бөтә донъя олимпиадаһында ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһының уҡыу тренировка йыйынына саҡырылған. Олимпиадала призерҙары республика Башлығы премияһы менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ профиль буйынса илдең уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеү хоҡуғы бирелә. Өфө дәүләт нефть техник университетта еңеүсе һәм призерҙарға айына 100 мең күләмендә стипендия тәғәйенләнә.

Белешмә: Олимпиада хәрәкәте остаздары – остазлыҡ системаһын тормошҡа ашырыусы проект. Унда, халыҡ уҡытыусыһы Лиза Агадуллинаның тәжрибәһенә таянып, ӨДНТУ студенттары мәктәп уҡыусылары менән шөғөлләнә. Был проектты тормошҡа ашырыуға президент гранттары, Мәғариф һәм фән министрлығы, ӨДНТУ предуниверсарийы, «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәге, «Үҙгәрештәргә ҡаршы»фонды, Йәштәр эштәр федераль агентлығы ярҙам итә.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас