Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 16:27

“Ете ырыу” “Байыҡ”та ҡатнаша

Йыр-моңға, бейеүгә һәләтлеләр өсөн дә уҡыу йортонда бар шарттар тыуҙырылған. Теләй икән улар, бейеү һәм йыр коллективында шөғөлләнә. Сибай институтында “Сармат” (етәксеһе – Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин), “Ете ырыу” (Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Таштимерова), “Эдельвейс” (Динис Шырмаев) халыҡ бейеү ансамблдәре һәм йырсы Айнур Туҡтаев исемендәге вокал студиялары эшләй.

Йыл һайын “Студент яҙы”, “Алло! Беҙ таланттар эҙләйбеҙ!”, “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында уҡыу йорто студенттары бик әүҙем ҡат­наша. Быйыл Сибай институтының “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Байыҡ” телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһап, икенсе турға үтте. Улар тәүге турға Фәйзи Ғәскәров хореографияһында “Ҡороҡсолар” бейеүен алып барған. Бейеүҙе сәх­нәгә “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ләйсән Таштимерова сығарған.

Бер һүҙ менән әйткәндә, Сибай институтында һәр төрлө йүнәлеш – спорт булһынмы, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһеме, барыһы ла йәштәрҙе үҫтереүгә, уларҙың һәләттәрен асыуға ҡайтып ҡала.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: