Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 12:29

Көслө шахматсылар менән дә танылырбыҙ

Республикала балалар менән шахмат буйынса дәрестәр алып барырға теләгән мәктәп уҡытыусылары өсөн махсус курстар эшләй. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында әлеге маҡсатта республиканың 11 муниципалитетынан уҡытыусылар уҡып ҡайтты.

Мәктәп уҡытыусыларын әҙерләү менән Мәғарифты үҫтереү институты һәм “Толпар” шахмат клубы вәкилдәре беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. Тик эпидемиологик хәл арҡаһында уҡыуҙар туҡтатылып торған ине, хәҙер дәрестәр яңынан тергеҙелде.

– Элек беҙ мәктәптәрҙә балалар менән шөғөлләнергә теләгәндәргә методик белем бирә инек. Хәҙер “Үҫеш нөктәләре”ндә уҡытҡан уҡытыусы­ларға ла иҫәп тота башланыҡ. Былтыр республикабыҙҙа 207 ошондай үҙәк асылғайны, быйыл тағы 216 “Үҫеш нөктәһе” эш башлай. Уларҙың һәр береһендә балалар шахмат менән шөғөлләнер, тип ышанабыҙ. Тәү сиратта рес­публиканың ауыл муниципалитеттары уҡытыусылары менән дәрестәр үткәрәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Толпар”ҙың директоры Әмир Даукаев.

Уҡыу курсы биш көнгә иҫәпләнгән. Уны тамамлаусыларға сертификаттар, методик әҙәбиәт, шахмат буйынса компьютер программалары тапшырыла. Дөйөм алғанда, республикала 250-гә яҡын кеше ошондай курстарҙа уҡып сыҡҡан.

Тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәрен булдырыу “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы алып барыла. Сифатлы белем биреүҙең мөһимлеген билдәләп, ил Президенты Владимир Путин: “Халыҡ-ара эксперттар башланғыс мәктәбебеҙҙең донъяла иң көслөләрҙең береһе икәнлеген таный. Беҙ дөйөм белем биреүҙе үҫтереү буйынса ла эште әүҙем дауам итәсәкбеҙ. Һәр бала заманса, сифатлы белем алырға тейеш”, – тип белдерҙе.

Башҡортостандың тәжрибәһе менән Рәсәй Шахмат федерацияһы ла ҡыҙыҡһынған. “Толпар” вәкилдәре төбәктәрҙә ошо спорт төрөн үҫтереүгә арналған Бөтә Рәсәй конферен­цияһына саҡырыу алған. Улар был сарала республикала ауыл ере өсөн шахмат буйынса педагогтар әҙерләү тәжрибәһе хаҡында һөйләйәсәк.

 

Г. ВАРИСОВА.

Читайте нас: