Башҡортостан уҡытыусыларын II Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашырға саҡыралар. Унда мәктәптә эш тәжрибәһенә эйә булған, йәғни класс етәксеһе бурысын атҡарған һәр педагог ҡатнаша ала.
Һайлап алыу өс этапта үтә:
- педагогика нигеҙҙәре буйынса онлайн тест үтеү;
- онлайн тәртибендә класс етәкселеге буйынса ғәмәли күнекмәләр;
- ҡатнашыусының форумға барыу маҡсатын нигеҙләгән видеовизитка.
Ошо маҡсатта “Бәйләнештә” селтәрендә махсус мини-ҡушымта булдырылған: vk.com/app8088836. Анкетаны тултырып, ҡатнашыусы булараҡ теркәлеү үтергә кәрәк, артабан vk.com/vfkr_ru төркөмөндә яңылыҡтарҙы ҡарап барығыҙ.
Был форумдың ниндәй маҡсатта уҙғарылыуы, ҡатнашыусыларға нимә биреүе тураһында I Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашыусы – Өфө ҡалаһының 95-се белем биреү үҙәге директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Федан Ғафаров һөйләй.
Тулыраҡ – “Бәйләнештә"ге видеояҙмала.
Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: ugra-tv.ru